11 декабрь, Йәкшәмбе

04 апрель 2012 йыл, 10:36

Башҡортостан һәм Украина ғалимдары хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы

автор: Розалия Вәлиева

Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы президенты Рәмил Бәхтизин, вице-президенты Рәйхана Ҡунаҡова, М.А.Шолохов исемендәге Мәскәү дәүләт гуманитар университетының Өфө филиалы директоры Василий Бабенко составындағы Башҡортостан делегацияһы Киевта булды.

Украинаға визит сиктәрендә Башҡортостандың Фәндәр академияһы менән Украинаның Милли фәндәр академияһы араһында фән өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды. Ғалимдар гуманитар, тәбиғи һәм техник фәндәр өлкәһендә берлектә фундаменталь һәм ғәмәли тикшеренеүҙәр үткәрергә, Башҡортостан һәм Украинаның халыҡ хужалығы һәм мәҙәниәте өсөн мөһим булған фәнни-техник һәм социаль-иҡтисади проблемаларҙы тикшереү менән шөғөлләнергә планлаштыра.

Киевта Башҡортостан ғалимдары шулай уҡ Биоорганик һәм нефть химияһы институты, Органик химия институты һәм Математика институты эшмәкәрлеге менән танышты.

Билдәләп үтәйек, ғалимдарҙың был беренсе осрашыуы түгел. Үткән йылдың сентябрендә Украина ғалимдары Өфөлә булды, тип асыҡланылар Башҡортостан Фәндәр академияһынан. Унда фәнни-техник хеҙмәттәшлек итеү мөмкинлектәре тикшерелде, төбәктәрҙең бер-береһенә фәндең төрлө тармаҡтарында иҡтисадты үҫтереүҙә көнүҙәк булған аныҡ тәҡдимдәр ебәреү тураһында килешеүгә өлгәшелде. Ноябрҙә Украина ғалимдары тәҡдимдәр ебәрҙе, улар Академия бүлексәләрендә тикшерелде һәм үҙебеҙҙең фәнни проекттар менән тулыландырылды.