7 декабрь, Шаршамбы

04 апрель 2012 йыл, 9:32

Рөстәм Хәмитов фекеренсә, Өфө-II ҡаласағында музей экспозицияһы эшләргә мөмкин

автор: Марина Шумилова

— Беҙгә Өфө-II ҡаласығы мәсьәләһен хәл итегә кәрәк, — тип белдерҙе Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлауға арналған түңәрәк өҫтәлдә. — Әммә бында фән һәм мәҙәниәтте сәйәсәттән айырырға кәрәк, сөнки бик йыш барыһы ла сәйәсиләштерелә.

Республика башлығы, был мәсьәләне профессиональ кимәлдә ҡарарға кәрәк, тип билдәләне.

— Минең ҡарашҡа, унда музей экспозицияһын эшләргә, территорияның бер өлөшөн һаҡлап ҡалып, реконструкция үткәрергә, ә Октябрь революцияһы урамының бер өлөшөн идеалда йәйәүлеләр зонаһына әйләндерергә мөмкин булыр ине, — тине Рөстәм Хәмитов.