5 декабрь, Дүшәмбе

04 апрель 2012 йыл, 9:44

Рөстәм Хәмитов Өфөлә ағас архитектура ҡомартҡылары музейын булдырырға тәҡдим итте

автор: Марина Шумилова

Кисә мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау мәсьәләһенә арналған түңәрәк өҫтәлдә Рөстәм Хәмитов Өфөлә тарихи-мәҙәни ағас архитектура ҡомартҡылары музейын булдырыу кәрәклеген билдәләне.  

— Рәсәй буйлап сәйәхәт иткәнемдә унлаған бындай музей күрҙем, шул иҫәптән Иркутск, Калуга өлкәләрендә, Алыҫ Көнсығышта, — тине Рөстәм Хәмитов. – Был музейҙа үҙ ҡомартҡыларын тәҡдим итә алырлыҡ күп халыҡ йәшәй беҙҙә.

Республика башлығы шулай уҡ мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлауға шәхси инвестицияларҙы йәлеп итеү кәрәклеге хаҡында ла әйтеп үтте. Уның фекеренсә, дәүләт, дәүләт ресурстары ярҙамы менән генә бөтә был эште атҡарып булмай.

— Бөгөн шәхси эшҡыуар ҡомартҡыларҙы һаҡлау процесынан ситләтелгән, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Мәскәүҙә боронғо ҡомартҡыларҙы ойошмаларға, банктарға тапшырыу тәжрибәһе бар. Шәхси эшҡыуарҙар был объекттарҙы финанслай, һаҡлай. Бындай тәжрибә Татарстанда һәм Рәсәй Федерацияһының башҡа субъекттарында ла бар.