10 декабрь, Шәмбе

03 апрель 2012 йыл, 18:35

Башҡортостанда коммерцияға ҡарамаған реабилитация үҙәктәре дәүләт ярҙамы аласаҡ

автор: Ольга Мортазина | фото: Олег Яровиков

Наркотиктар ҡулланыусы кешеләрҙе реабилитациялау һәм социализациялау менән шөғөлләнгән йәмәғәт ойошмаларына дәүләт ярҙамы вәғәҙә ителде. Быға наркоманияның киң таралыуы һәм дәүләт наркология хеҙмәте эшмәкәрлегенең насар һөҙөмтәләре сәбәп булды. Реабилитациялауға бәйле мәсьәләләр бөгөн Башҡортостан Республикаһы Наркотиктарға ҡаршы көрәш комиссияһының сираттағы ултырышында тикшерелде, уны Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов үткәрҙе. Ул килтергән мәғлүмәттәргә ярашлы, республикала наркотиктар ҡулланыусылар һаны яҡынса 60 мең тәшкил итә, рәсми рәүештә иһә 6 мең кеше теркәлгән. Наркотиктар ҡулланыусы уртаса – йылына ике тапҡыр, ә ҡайһы берәүҙәре хатта 5-6 тапҡыр госпиталгә һалына. Йәғни медицина ярҙамы пациентты тотороҡло ремиссияға сығара алмай. Бындай уңышҡа тик һәр илленсе пациент ҡына өлгәшә. «Дәүләт учреждениелары ярҙамы менән генә мәсьәләне хәл итеп булмауын күрәбеҙ. Коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы әүҙем йәлеп итергә кәрәк, уларҙа наркотиктар ҡулланыусы кешеләргә ысын күңелдән ярҙам итергә тырышыусы кешеләр эшләй», — тине Президент. 300 урынға иҫәпләнгән 10 дәүләт ҡарамағында булмаған учреждение (уларҙың бишәүһе дини ойошмалар менән булдырылған) былтыр 1200 сирлегә психологик ярҙам күрһәткән. Республика наркология диспансерында 2011 йылда 2112 пациент дауаланған, уларҙан 120 кеше генә реабилитация үткән. Был һандар уйландырырлыҡ, тине Президент.

Рөстәм Зәки улы дәүләттең үҙ бурыстарынан сикә китмәүе тураһында иҫкә төшөрҙө. Йыл башынан Ҡырмыҫҡалы районында наркотиктар ҡулланыусы үҫмерҙәр өсөн 25 урынлыҡ махсуслаштырылған реабилитация үҙәге эшләй башланы. Яңы Черкассы ҡасабаһында бинаға капиталь ремонт үткәреү һәм уны йыһазландырыуға республика бюджетынан 13 миллион һумдан ашыу аҡса бүленгән. Был реабилитация үҙәге 1-се Республика наркология диспансеры бүлексәһе булып тора. 1 марттан учреждение пациенттарҙы ҡабул итә. Был хаҡта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев хәбәр итте. 2011 йылда Наркотиктарға ҡаршы көрәш комиссияһы Нефтекама, Күмертау, Октябрьский, Сибай ҡалаларында реабилитация учреждениеларын асыу тураһында ҡарар ҡабул итте. Әммә был ҡала хакимиәттәре талаптарға яуап бирерлек биналар тәҡдим итә алманы, шуға күрә республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы санитар нормаларға ярашлы модулле конструкциялар төҙөргә тәҡдим итә. Быға 28 миллион һум аҡса кәрәк буласаҡ. Был сумманың күпселек өлөшөн федераль бюджеттан алып була, унан 20 миллион һум аҡса бүленесәк, ә республика үҙе 12 миллион һум йүнәлтәсәк. Ҡалған аҡсаны реабилитация үҙәктәренең матди базаһын нығытуға тотонорға була, тип тәҡдим итте министр.

Ил Хөкүмәте дәүләт ҡарамағында булмаған учреждениеларға ла ярҙам итергә әҙер. Былтыр республика социаль йүнәлештәге коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға ярҙам итеү өсөн 24 миллин һум күләмдә федераль грант алды. БР Иҡтисади үҫеш министрлығы ҡарамағындағы Комиссия субсидия алыуға ойошмалар араһында конкурс нигеҙендә һайлап алыу ойоштора.

Кешеләр наркология хеҙмәтенең һөҙөмтәлелегенә ышанмай башланы, шуға күрә һуңғы ваҡытта күп альтернатив тәҡдимдәр барлыҡҡа килде. Наркотиктар ҡулланыусыларҙы реабилитациялау һәм профилактикалау менән шөғөлләнгән дәүләт ҡарамағында булмаған ойошмалар ассоциацияһы идаралығы рәйесе Кирилл Бяков һүҙҙәренсә, улар араһында һөҙөмтәле ойошмалар ҙа, шулай уҡ шик тыуҙырғандары ла бар. Йыш ҡына һуңғыларына дәүләт наркология хеҙмәтендә үҙ проблемаларын хәл итә алмаған һәм альтернатив мөмкинлектәр тураһында хәбәрҙар булмаған кешеләр эләгә, тине Кирилл Бяков. «Быға ҡарамаҫтан, реабилитация менән шөғөлләнеүгә дәүләт сертификаты алған «Алкоголизмға һәм наркоманияға – юҡ!» фондының хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы тәҡдимен Республика наркология диспансеры иғтибарһыҙ ҡалдыра, — тине Ассоциация рәйесе. – Шуға күрә фонд башҡа йүнәлештәрҙә үҫешә. Ошо көндәрҙә Ҡазан диспансеры менән килешеүгә ҡул ҡуйылды, шундай уҡ эш Мәскәүҙә, Түбәнге Новгородта, Красноярскиҙа алып барыла».

«Рәсәй Федерацияһы Наркотиктар әйләнешенә контроль буйынса федераль хеҙмәттең Ғилми тикшеренеү үҙәге» федераль ҡаҙна учреждениеһы начальнигы урынбаҫары Борис Крупнов та йәмәғәт һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар яҡлы сығыш яһаны. Ул реабилитация үҙәктәре эшмәкәрлеген регламентлаған норматив документ — «Социаль реабилитациялау тураһында»ғы республика законын булдырырға тәҡдим итте.

темалар: бр президенты