3 декабрь, Шәмбе

03 апрель 2012 йыл, 16:11

Өфөлә ХII «Туризм. Спорт. Ял. Шифаханалар» төбәк-ара күргәҙмәһе асылды

автор: Любовь Колоколова | фото: Олег Яровиков

Өфөнөң «Нефтсе» мәҙәниәт һарайында бөгөн ХII «Туризм. Спорт. Ял. Шифаханалар» төбәк-ара күргәҙмәһе асылды.

Төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты, Башҡортостан Республикаһының Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Һаулыҡ һаҡлау министрлығы, Мәғариф министрлығы ярҙамында сараны «БашЭКСПО» күргәҙмә үҙәге ойоштора.

Күргәҙмәлә Башҡортостан, Урал, Волга буйы һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән, шулай уҡ яҡын сит илдәрҙән унлаған предприятие экспозициялары эшләй. Улар спорт-туристик ҡорамалдар, спорт кейемдәре һәм инвентары, кемпинг, ял һәм балыҡ тотоу өсөн тауарҙар тәҡдим итә. Башҡортостан, Краснодар крайы һәм башҡа перспективалы төбәктәрҙең шифахана һәм профилакторийҙары, ял базаһы һәм спорт лагерҙары күргәҙмә ҡунаҡтары өсөн – йәйге ял төрҙәрен, ә туристик фирмалар яңы ҡыҙыҡлы маршруттар тәҡдим итә.

Сараны асыу тантанаһында БР Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Руслан Кинйәкәев, Башҡортостандың Туриндустрия союзы рәйесе Кинйә Кускилдин, министрлыҡтар вәкилдәре ҡатнашты.

Руслан Кинйәкәев һүҙҙәренсә, һуңғы ваҡытта өлкәлә ҙур үҙгәрештәр булды. Шулай итеп, финанслау күләмдәре 40 тапҡырға арттырылды, Башҡортостанда эске һәм ситтән килеү туризмын үҫтереү буйынса оҙайлы сроклы маҡсатлы программа ҡабул ителде, икенсе йыл инде социаль туризм программаһы бойомға ашырыла. Республиканың күпселек муниципаль берәмектәре туристик паспорттарын булдырҙы. Дәүләт комитеты сайтында «Барыһы ла туризм хаҡында» бүлеге эшләп килә, унда төбәктең туристик мөмкинлектәре тураһында тулы мәғлүмәт алып була.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, эш программаһы сараларға бай: күргәҙмә сиктәрендә презентациялар, семинарҙар һәм түңәрәк өҫтәлдәр үткәреләсәк.

Күргәҙмә 5 апрелгә тиклем эшләйәсәк.