Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса территориаль органында студенттар менән осрашыу үтте

Иҡтисад

Башҡортостан статистиктары Рәсәй дәүләт социаль университетының беренсе курсында «Дәүләт һәм муниципаль идаралыҡ» специальносы буйынса белем алған студенттар менән осрашыу үткәрҙе.

Ведомство етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Ғатауллин статистиканың фән булараҡ килеп сығыу тарихы һәм үҫеше, Федераль дәүләт статистикаһы хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса территориаль органы эшмәкәрлеге һәм бында әҙерләнгән материалдар тураһында һөйләне.

Буласаҡ белгестәргә ведомствоның барлыҡҡа килеүенә 175 йыл тулыуға арналған статистика тарихы буйынса фильм тәҡдим ителде. Башҡортостанстаттың йәш белгестәре үҙҙәренең бурыстары, хеҙмәт һәм мәшғүллек буйынса федераль статистик күҙәтеү төрҙәре, мәғлүмәт эшкәртеү алымдары, аналитик материалдар әҙерләү тураһында һөйләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть