4 декабрь, Йәкшәмбе

03 апрель 2012 йыл, 14:29

Башҡортостанда йәш ғалимдар араһында ғилми эштәр конкурсы башланды

автор: Эльмира Сабирова

Рәсәй Йәш ғалимдар союзының төбәк бүлексәһе йыл һайын үткәрелеүсе иң яҡшы ғилми эшкә конкурс старт алыуы тураһында иғлан итә. Быйыл ул физика-математика, химия, техник, гуманитар фәндәр, биология йүнәлештәре буйынса үткәрелә. Конкурс исемлегендә түбәндәгеләр күрһәтелгән:: генетика һәм биотехнологиялар, медицина, фармация, экономика, экология, Ер тураһында фән, ресурстарҙы һаҡсыл файҙаланыу, мәғлүмәт технологиялары һәм иҫәп-хисап техникаһы, нанотехнологиялар һәм наноматериалдар, музыкаль һәм художестволы ижад, инновацион инженер-техник проекттар.

Конкурста йәш ғалимдар (конкурсҡа эштәрҙе тапшырған ваҡытта 35 йәштән үтмәгән аспиранттар, фән кандидаттары һәм 40 йәшкә тиклемге фән докторҙары) һәм 1-5 кешенән торған йәш коллективтар ҡатнаша ала. Дәғүәселәр РФ граждандары булырға һәм Башҡортостанда даими йәшәргә, эшләргә йәки уҡырға  тейеш.

Волга буйы федераль округы йәш ғалимдарының II форумын үткәреү сиктәрендә ойошторолған был конкурстың маҡсаты — фән һәм юғары профессиональ белем биреү өлкәһендә кадрҙар потенциалын үҫтереү, фундаменталь һәм ғәмәли тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәлелеген күтәреү, фән һәм мәғариф өлкәһендәге инновацион инфраструктураны камилаштырыу.

Конкурс РФ Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле аппараты, БР Хөкүмәте, БР Мәғариф министрлығы, БР йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Рәсәй Фәндәр академияһының Өфө ғилми үҙәге һәм БР Вуз ректорҙары советы ярҙамында үткәрелә.

Ҡатнашыуға заявкалар 23 апрелгә тиклем Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10, 1-се ҡат, 16-сы кабинет адресы буйынса ҡабул ителә.

Бүләкләү тантанаһы Өфө дәүләт нефть техник университетының конференц-залында 18 майға планлаштырылған.