6 декабрь, Шишәмбе

03 апрель 2012 йыл, 14:17

Мәсетле районында Өфө белгестәре ислам дине буйынса семинарҙар үткәрҙе

автор: Тимур Рәхмәтуллин

Башҡортостан Республикаһы мосолмандарының Диниә назараты, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының «Мосолман мәғарифы үҫеше» ғилми тикшеренеү үҙәге һәм М.Солтанова исемендәге Ислам колледжы вәкилдәре ошо көндәрҙә Мәсетле районы халҡы өсөн күсмә семинарҙар үткәрҙе. Осрашыуҙар БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт-конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса Совет ярҙамында үткәрелде, тип хәбәр иттеләр БР мосолмандарының Диниә назаратынан.

Делегацияға Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты рәйесенең мәғариф мәсьәләләре буйынса урынбаҫары Руслан Сәйәхов етәкселек итте. Шулай уҡ делегация составында «Мосолман мәғарифы үҫеше» ғилми тикшеренеү үҙәге директоры урынбаҫары Ғәли Фәйезов, Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының Йәштәр бүлеге етәксеһе Айнур Арыҫланов, М.Солтанова исемендәге Ислам колледжы уҡытыусыһы шәйех Камаль аль-Араби булды.

Белгестәр Оло Ыҡтамаҡ ауылы халҡы, Мәсетле һәм Салауат райондары имамдары, муниципалитет хакимиәте һәм ауыл советтары вәкилдәре, белем биреү учреждениеларының директорҙары, уҡытыусылары һәм уҡыусылары, «Ҡарағай» шифаханаһы хеҙмәткәрҙәре һәм пациенттары менән осрашты. Урындағы халыҡ һәм етәкселәр делегацияға рәхмәттәр әйтеп, райондың башҡа ауылдарына ла килеүҙәрен һораны.