2 декабрь, Йома

03 апрель 2012 йыл, 14:01

«Мода аҙналығы» Өфөлә 21 апрелдә башланасаҡ

автор: Галина Бахшиева

21 — 26 апрелдә Башҡортостандың баш ҡалаһында Вячеслав Зайцевтың Мода йорто ҡатнашлығында Мода аҙналығы үтәсәк. «Мода аҙналығы» республика тормошонда ғына түгел, унан ситтә лә әһәмиәтле ваҡиғаларҙан һанала.

Өфөләге Мода аҙналығы программаһы ярайһы бай буласаҡ. Алты көн, тиҫтәләгән мода күрһәтеү тамашалары йәш таланттарға ысын мода донъяһына юл асасаҡ.

Тамашасылар Рәсәйҙең йәш дизайнерҙары эштәрен дә, балалар мода театрының һәм балалар ижады йорттарының йәш кутюрьелары менән ижад ителгән моделдәрҙе лә күрә аласаҡ.

Бынан тыш, Өфөләге Мода аҙналығы сиктәрендә тәүге тапҡыр балаларҙың «Мини-мисс Өфө-2012» матурлыҡ һәм таланттар конкурсы үтәсәк. Ошонда уҡ «Фотомодель-2012» фотоһүрәттәр күргәҙмәһе ойоштороласаҡ.

Мода индустрияһы профессионалдарынан торған жюри иң яҡшыларын билдәләйәсәк.

Өфөләге мода аҙналығының ойоштороусыһы булып БР Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың Мәғариф, фән, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр эштәре буйынса комитеты, БР Мәғариф министрлығы һәм Өфө хакимиәтенең Мәғариф идаралығы ҡатнашлығында туғыҙынсы тапҡыр Өфөнөң  «Премьера» модель агентлығы сығыш яһай.

темалар: мода аҙналығы