9 декабрь, Йома

03 апрель 2012 йыл, 13:38

Республика табип-физкультура диспансерында асыҡ ишектәр аҙналығы үтә

автор: Эльмира Сабирова

7 апрелдә Бөтә донъя сәләмәтлек көнө билдәләнә.

Ошоға бәйле 2 — 6 апрелдә Республика табип-физкультура диспансерында иртәнге 9-ҙан киске сәғәт 4-кә тиклем Асыҡ ишектәр көнө үткәрелә.

«Башинформ» агентлығына диспансерҙан хәбәр итеүҙәренсә, был арала унда бушлай консультациялар үткәреләсәк һәм физкультура, спорт, физик тәрбиә һәм сыныҡтырыу, сәләмәт тормош алып барыу, терәк-хәрәкәт аппараты ауырыуҙарынан яфаланған кешеләрҙе реабилитациялау мәсьәләләре буйынса кәңәштәр биреләсәк.

Шулай уҡ диспансерҙың Сәләмәтлек үҙәгендә лә бушлай консультациялар һәм тикшереүҙәр үткәреләсәк.

Халыҡты Республика табип-физкультура диспансеры һәм Сәләмәтлек үҙәге белгестәре ҡабул итә.