10 декабрь, Шәмбе

03 апрель 2012 йыл, 13:27

Аҡъяр һәм Баймаҡта район-ара спорт турнирҙары көтөлә

автор: Әлим Фәйезов

Алдағы шәмбе, 7 апрелдә, Хәйбулла районының хакимиәт үҙәге — Аҡъяр ауылында Советтар Союзы Геройы Ҡ.Әхмәтшиндың иҫтәлегенә волейбол буйынса район-ара турнир үтәсәк. Унда Йылайыр, Баймаҡ, Ейәнсура, Хәйбулла райондарынан һәм Сибай ҡалаһынан ҡатын-ҡыҙҙар һәм ир-егеттәр командалары ҡатнашасаҡ.

Ошо уҡ көндө Баймаҡ, Сибай ҡалаларының, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр райондарының йыйылма командалары Баймаҡ ҡалаһында мәғариф отличнигы Рафаэль Сырлыбаевтың иҫтәлегенә өҫтәл теннисы буйынса асыҡ район-ара беренселегендә ҡатнашасаҡ. Был турала «Башинформ» агентлығына Йылайыр районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән хәбәр иттеләр.

темалар: турнир