9 декабрь, Йома

03 апрель 2012 йыл, 13:05

Күмертауҙа Кадрҙар сәйәсәте буйынса координация советы ойошторолдо

автор: Марина Шумилова

Күмертау хакимиәте ҡарамағында Ҡаланың кадрҙар сәйәсәте системаһын үҫтереү буйынса координация советы ойошторола. Бындай ҡарар кадрҙар сәйәсәтен үҫтереүгә арналған түңәрәк өҫтәлдә ҡабул ителде. Унда  һөнәри белем биреү учреждениелары, предприятиелар етәкселәре ҡатнашты. Ултырышты ҡала хакимиәте башлығы Борис Беляев алып барҙы.

Борис Беляев Күмертауҙың кадрҙар сәйәсәтендәге өҫтөнлөклө бурыстарын билдәләне һәм ҡаланы республиканың көньяғындағы профессиональ әҙерлек үҙәге тип һанарға мөмкин булыуын билдәләне. Профессиональ белем биреү хеҙмәттәре баҙары бында ярайһы киң, һөнәри белем биреү системаһының бөтә баҫҡыстары ла күрһәтелгән.

— Йәш кадрҙар бөгөндән үҙ урынын тапһын өсөн, урындағы хакимиәттең, профессиональ учреждениеларҙың һәм эш биреүселәрҙең аныҡ, уйланылған, берҙәм сәйәсәте кәрәк, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ул.

Түңәрәк өҫтәлдә ҡаланың кадрҙар потенциалы һәм уның ниндәй һорау менән файҙаланылыуы, эшсе кадрҙар әҙерләү системаһы, хеҙмәт баҙарындағы хәлдәрҙең киләсәктә нисек буласағына фараздар тикшерелде.

Кадрҙар менән эшләүҙе системалы алып барыу өсөн Күмертауҙа Координация советы булдырыла ла инде, уға 1 майға тиклем, ҡала предприятиеларының тәҡдимдәрен иҫәпкә алып, кадрҙар менән тәьмин итеү программаһының проектын әҙерләргә ҡушылды.