8 декабрь, Кесе йома

03 апрель 2012 йыл, 12:01

14 апрелдән 19 майға тиклем Башҡортостанда экологик өмәләр үтәсәк

автор: Галина Бахшиева

14 апрелдән 19 майға тиклем республиканың район һәм ҡала биләмәләрен сүп-сарҙан таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса экологик өмәләр үтәсәк. Башҡортостан Хөкүмәтенең тейешле бойороғона ҡул ҡуйылған да инде.

— Республиканың министрлыҡтары, дәүләт комитеттары, ведомстволары, муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәттәре, ойошмалары, профсоюз комитеттары һәм йәмәғәт ойошмаларына ихаталарҙы, урамдарҙы, юлдарҙы, парктарҙы, баҡсаларҙы һәм биләмәләрҙе сүп-сарҙан таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса саралар үткәрергә тәҡдим ителде, — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Башҡортостан Республикаһы Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат секретары Нина Никандрова.

Республиканың муниципаль райондары һәм ҡала округтары хакимиәттәренә экологик өмәләр үткәреү сиктәрендә башҡарылған эш хаҡында БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының территориаль бүлексәләренә аҙна һайын хәбәр итеп торорға тәҡдим ителде.

Ғәҙәттәгесә, экологик өмәләргә төбәктең Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы йомғаҡ яһаясаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2011 йылда, Башҡортостанда үткәрелгән яҙғы экологик өмәләр һөҙөмтәләре буйынса, республика биләмәләрен сүп-сарҙан таҙартыу һәм төҙөкләндереү буйынса уртаса процент 99,3-кә етте.

Ҡала һәм ауыл биләмәләрен сүп-сарҙан таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса сараларға 38 меңдән ашыу берәмек махсус техника йәлеп ителде. Экологик өмәләр ярҙамында полигондарға һәм сүплектәргә яҡынса 350 мең кубометр ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары сығарып түгелде.

Бынан тыш, бындай саралар сиктәрендә юлдарға ремонт үткәрелде. Уларҙың дөйөм майҙаны 2100 мең квадрат метр тәшкил итте.

Биләмәләрҙе йәшелләндереү буйынса ла ҙур эштәр башҡарылды. Дөйөм алғанда Башҡортостанда 1098 меңгә яҡын ағас һәм ҡыуаҡ ултыртылды. Йәшелләндереү буйынса республиканың Тәтешле районы алдынғылыҡты бирмәне, унда 646 мең үҫенте ултыртылды.