4 декабрь, Йәкшәмбе

03 апрель 2012 йыл, 11:55

Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге гимназия уҡыусылары халыҡ-ара конкурс дипломанттары исемен алды

автор: Розалия Вәлиева

Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатының «Өфө фанфаралары» оркестры III «Art–Форум» халыҡ-ара академик һәм халыҡ музыкаһын башҡарыусылар конкурсының I дәрәжәләге дипломына лайыҡ булды.

Еңеү уларға Парижда үтәсәк «Art-forum» халыҡ-ара конкурсында бушлай ҡатнашыу хоҡуғын бирҙе.

Конкурс Н.Г.Жиганов исемендәге Ҡазан дәүләт консерваторияһы ҡарамағындағы урта махсус музыка мәктәбендә үтте. Ярышта балалар музыка мәктәптәре, балалар сәнғәт мәктәптәре, музыкаль студиялар, музыка һәм сәнғәт училищелары студенттары, музыкаль белем биреүсе юғары уҡыу йорттары студенттары ҡатнашты.

Йәш музыканттарҙың был беренсе еңеүе түгел. Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернатының «Өфө фанфаралары» тынлы оркестры – Мәскәүҙә үткән XII Бөтә донъя йәштәр һәм студенттар фестиваленең дипломанты, бөтә Рәсәй, республика һәм халыҡ-ара тынлы оркестрҙар конкурстары лауреаты ла. Бынан тыш, ул Мәскәүҙә «Алтын лира» халыҡ-ара классик башҡарыу конкурсында Гран-приға лайыҡ булған.

темалар: конкурстар