7 декабрь, Шаршамбы

03 апрель 2012 йыл, 10:55

Республика аграрийҙары мал аҙығын экспортҡа оҙата

автор: Ғәлиә Нәбиева

Март айында республиканың ауыл хужалығы предприятиелары бер нисә партия мал аҙығын экспортҡа оҙатҡан. Ауыл хужалығы продукцияһын экспортлауға тейешле ветеринар сертификаттарын Ветеринар һәм фитосанитар күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең республика буйынса идаралығы биргән.

Яҙҙың беренсе айында артып ҡалған мал аҙығы, аныҡлап әйткәндә, 1272 тонна көнбағыш шроты Латвияға ебәрелгән, 2358 тонна фураж арышы, 2300 тонна ҡоро һығынты Сауд Ғәрәбстанына оҙатылған.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, былтыр республика аграрийҙары ҡышҡылыҡҡа йыл ярымлыҡ мал аҙығы запасы әҙерләгәйне.

Бер шартлы мал башына Башҡортостанда 33-шәр центнер мал аҙығы берәмеге запасҡа һалынған. 2010 йыл менән сағыштырғанда был яҡынса өс тапҡырға күберәк, тип хәбәр иттеләр Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Ҡышлау өсөн лайыҡлы мал аҙығы базаһы булдырылған. Ә Дүртөйлө, Илеш, Миәкә, Стәрлебаш, Стәрлетамаҡ, Саҡмағош һәм Яңауыл райондарында һәр һыйырға иҫәптә 36-нан 41 центнерға тиклем мал аҙығы берәмеге әҙерләүгә өлгәшкәндәр.

Ҡыш башына ҡарай алдынғы ауыл хужалығы предприятиеларында мал аҙығы запасы республика буйынса уртаса күрһәткестән бер ярым-ике тапҡырға күберәк ине. Мәҫәлән, Мәләүез районының Ергән МТС-ында бер баш малға – 67 центнер, Миәкә районының «Маяҡ» ауыл хужалығы предприятиеһында – 66 центнер, Өфө районының «Алексеевка» һәм Стәрлетамаҡ районының «Рощинский» совхоздарында 53-шәр центнер мал аҙығы берәмеге тупланғайны.