Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.02 ↑

EUR 61.53 ↑

30 март, Кесе йома

Уфа   °

5 апрелдә Мәскәүҙә Рәсәй банктары съезы үтәсәк

Иҡтисад

Банк берләшмәһе вәкилдәре Рәсәй банктары ассоциацияһының йыл һайын үткәрелеүсе съезында ҡатнашыуға әҙерләнә. Сара 2012 йылдың 5 апрелендә Мәскәүҙә үтәсәк. «Рәсәйҙең иҡтисади үҫешен тәьмин итеүҙә банктар ролен арттырыу» 23-сө съездың төп темаһы булып тора, тип хәбәр ителә Ассоциация сайтында.

Рәсәй банкы рәйесе Сергей Игнатьев һәм Рәсәй банктары ассоциацияһы президенты Гарегин Тосунян төп докладтар менән сығыш яһаясаҡ. Съезд эшендә РФ Федераль Йыйылышы, РФ Хөкүмәте, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар, фәнни даирә вәкилдәре ҡатнашасаҡ.

Форумда фекер алышыу өсөн материалдар Рәсәй банктары ассоциацияһы сайтында урынлаштырылған.

Теги: банктар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть