Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда ер торошона һәм ерҙе файҙаланыуға контроль көсәйтелә

Иҡтисад

Башҡортостан буйынса Росреестр идаралығы менән башҡарма власть органдары араһында республикалағы ерҙәр торошо һәм уларҙы файҙаланыу тураһындағы мәғлүмәт менән алмашыу ойоштороласаҡ. Был турала БР буйынса Росреестр идаралығында үткән ергә дәүләт мониторингын алып барыу тураһындағы положениены тормошҡа ашырыу мәсьәләләренә арналған кәңәшмәлә билдәле булды.

Унда БР Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығы, БР Урман хужалығы министрлығы, Тәбиғәттән файҙаланыу өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең БР буйынса идаралығы һәм башҡа ведомстволар вәкилдәре ҡатнашты.

БР буйынса Росреестр Идаралығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар республикала ергә мониторинг үткәреүҙә ведомство-ара хеҙмәттәшлек эштәрен дауам итергә ҡарар иткән. Шулай уҡ эштәрҙе координациялау маҡсатында эш төркөмө ойошторорға һәм уның составы буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә кәрәклеге билдәләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть