5 декабрь, Дүшәмбе

03 апрель 2012 йыл, 9:46

Өфөлә эшсе йәштәр араһында ижади конкурс старт алды

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостан баш ҡалаһында эшсе йәштәр араһында «Яҡшыларҙың яҡшыһы» конкурсы старт алды, ул Өфөлә 2012 йылдың 1 ноябренә тиклем дауам итәсәк.

Предприятие һәм ойошмаларҙа йәштәр менән эшләү һөҙөмтәлелеген арттырыу, йәш эшсенең ыңғай имиджын булдырыу, йәштәр советтары эшен әүҙемләштереү, предприятиеларҙа тәрбиәсе эшенең абруйын күтәреү, шулай уҡ эшсе йәштәр проблемаларына йәмәғәтселек иғтибарын йәлеп итеү иғлан ителгән конкурстың төп маҡсаттары булып тора.

Бәйге номинациялары араһында — «Өфө предприятиелары һәм ойошмаларында (учреждениеларында) эшсе йәштәр менән иң яҡшы ойошторолған эш»; «Эшсе йәштәрҙең иң яҡшы тәрбиәсеһе» һәм «Өфөнөң эшсе йәштәре тураһында киң мәғлүмәт сараларында иң яҡшы мәҡәлә (репортаж)».

Конкурсты ойоштороусылар булып Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты һәм Республика йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәге сығыш яһай.

Конкурсҡа материалдар 15 октябргә тиклем 450098, Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 118 адресы буйынса Йәштәр мәшғүллегенә булышлыҡ итеү үҙәгендә, 29-сы бүлмәлә ҡабул ителә. Телефондар: 279-06-35, 279-06-56.