8 декабрь, Кесе йома

02 апрель 2012 йыл, 17:16

Льготалы категорияға ҡараған граждандар электричкала ярты хаҡҡа йөрөй ала

автор: "Башинформ"

1 апрелдән льготалы категорияға ҡараған Башҡортостан халҡына ҡала яны поездарында юл йөрөүгә 50 процентлы ташлама билдәләнә. Әүәлерәк бындай ташламалар 1 майҙан ғәмәлгә индерелә торғайны.

50 процентлы ташламаға хоҡуғы булған граждандар категорияһына түбәндәгеләр инә: 1941 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 9 майына тиклем тылда эшләгән кешеләр; аҡланған һәм сәйәси репрессия ҡорбандары тип танылған граждандар; хеҙмәт ветерандары һәм уларға тиңләштерелгән граждандар категориялары; пенсионерҙар.

«Башҡортостан ҡала яны пассажирҙар компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ташламалы билет алыу өсөн граждандарға паспорты менән бергә льготалы статусын раҫлаусы документ күрһәтергә кәрәк.

темалар: транспорт