Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

12 апрелдә йәйге лагерҙарға путевкалар йәрминкәһе үтәсәк

Йәмғиәт

12 апрелдә Профсоюздар йортонда (Өфө ҡалаһы, Киров урамы,1) йола буйынса йәйге сәләмәтләндереү лагерҙарына путевкалар йәрминкәһе үтәсәк, унда предприятиеларҙың ҡаланан ситтәге балалар сәләмәтләндереү лагерҙары, республиканың муниципаль, дәүләт һәм профсоюз лагерҙары ҡатнашасаҡ, тип хәбәр иттеләр БР Профсоюздар федерацияһының мәғлүмәт үҙәгенән.

Профсоюз ойошмаларына, шулай уҡ теләгән һәр кемгә балалар лагеры шарттары менән алдан танышыу, путевкалар алыуға килешеү төҙөү мөмкинлеген биреү йәрминкәнең төп маҡсаты булып тора. Был сара ата-әсәләргә һәм предприятиеларҙағы балалар ялын ойоштороусыларға лагерь етәкселәренә мөрәжәғәт итеп, лагерҙа булыу шарттары, уның матди базаһы тураһында мәғлүмәт алырға мөмкинлек бирә.

Путевкалар йәрминкәһендә ҡатнашыу өсөн заявкалар (347) 272-19-81 телефоны буйынса ҡабул ителә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть