Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.89

EUR 69.42

18 декабрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә реконструкциянан һуң башҡорт гимназияһы асылды

Йәмғиәт

Өфөнөң Дим районында масштаблы реконструкциянан һуң яңынан 102-се башҡорт гимназияһы асылды. Был күркәм, оҙаҡ көтөлгән ваҡиға дүшәмбе, 2 апрелдә, булды һәм биҫтә халҡы өсөн ысын байрамға әйләнде. Балаларының үҙ мәктәбенә ҡайтыуын улар өс йыл түҙемһеҙләнеп көттө.

1952 йылда төҙөлгән мәғариф учреждениеһы күптән ремонтҡа мохтаж ине. «БашРегионСтрой» төҙөүселәре арҡаһында уҡыу йорто яңы төҫ алды. Биш мең квадрат метрҙан ашыу майҙанда спорт һәм тантаналар залы, яҡты һәм киң ашхана, китап уҡыу залы, процедура һәм стоматология кабинеттары, ритмика класы урынлашҡан.

Тантанаға йыйылған Дим районы балалары үҙ мәктәптәренә ҡайтыуына шатланып бөтә алманы. Әммә уларҙан күберәк был ваҡиғаға ата-әсәләр ҡыуанғандыр, моғайын, уларға бит балаларын биҫтәнең икенсе мәктәбенә йөрөтөргә тура килде.

— Беҙ яҡында ғына йәшәйбеҙ, шуға ла ҡыҙым хәҙер мәктәпкә үҙе йөрөй аласаҡ, ә икенсе мәктәпкә өләсәһе оҙата торғайны. Был бик үк уңайлы түгел,— ти уҡыусыларҙың береһенең әсәһе. –  Хәҙер ошондай матур мәктәптә уҡыясаҡбыҙ. Бындай бәхетте көтөп ала алғаныбыҙға ышанмай ҙа торам.

Ремонт үткән бинала 500 уҡыусы һәм 43 уҡытыусы урынлашасаҡ. Әйткәндәй, бында уҡыу бер сменала ойошторолған.

Гимназияны реконструкциялауға, уны ҡорамалдар һәм инвентарь менән йыһазландырыуға йәмғеһе 150 миллион һум бүленгән булған.

Мәктәпте асыу тантанаһында Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, БР мәғариф министры Әлфис Ғаязов, Дим районы хакимиәте башлығы Зөфәр Хәкимов ҡатнашты.

Ирек Ялалов, бөтә кимәлдәге властарҙың был проектты тормошҡа ашырыуҙағы өлөшөн билдәләп, Дим халҡын һәм уҡыусыларҙы яңыртылған мәктәп асылыуы уңайынан ихлас ҡотланы. Ул, мәғариф өлкәһендә индерелгән бөтә стандарттарға яуап биреүсе заманса мәктәптә лайыҡлы белем бирелер, тигән ышанысын белдерҙе.

Ҡала башлығы йәнә, Дим биҫтәһендә комплекслы төҙөлөш киләсәктә лә алып барыласаҡ, тип билдәләне. Яңы уҡыу йылына 101-се урта мәктәпте сафҡа индереү планлаштырыла, «Дим-8» һәм «Дим-9» микрорайондарында тағы бер мәктәп һәм балалар баҡсаһы проектлана.

Район башлығы әйтеүенсә, быйыл Дим биҫтәһенә нигеҙ һалыныуына 125 йыл тула һәм ошондай әһәмиәтле социаль объект асылыуы — райондың үҫешеүенә сағыу дәлил. Уның әйтеүенсә, 102-се мәктәп үҙе лә оҙайлы, данлы юл үткән, 2012 йылда ул 60 йыллығын билдәләй. Зөфәр Хәкимов барыһына ла артабан уңыштар теләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть