10 декабрь, Шәмбе

02 апрель 2012 йыл, 15:51

Төбәктә закондар сығарыу конкурсы тамамланды

автор: Людмила Терновая

Төбәктә «Башҡортостан Республикаһының закон сығарыусыһы» норматив хоҡуҡи акттар конкурсы тамамланды, ул БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ҡарамағындағы Йәштәр йәмәғәт палатаһы башланғысы менән үткәрелде.

Конкурс бөтә Рәсәй проекты сиктәрендә уҙғарылды. Унда студенттар, аспиранттар, учреждение хеҙмәткәрҙәре, юридик фәндәр кандидаттары һәм докторҙары, Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәренең һайланған органдары ҡарамағындағы Йәштәр советтары ағзалары ҡатнашты. Тәҡдим ителгән эштәр иҡтисадты һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә, белем биреү кимәлен һәм сифатын арттырыуға, фәнде һәм инновацион мөмкинлектәрҙе үҫтереүгә, граждандарҙың мәшғүллек һәм эшкә урынлашыу кимәлен арттырыуға, төҙөлөш комплексын һәм ер мөнәсәбәттәрен, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ системаһын үҫтереүгә, демографик  хәлде (шул иҫәптән һаулыҡ һаҡлау системаһын) яҡшыртыуға, суд системаһын һәм процессуаль ҡануниәтте камиллаштырыуға йүнәлтелгән ине.

Конкурс комиссияһы еңеүселәрҙе ун номинацияла билдәләне. Улар: «Иҡтисадты һәм эшҡыуарлыҡты үҫтереү», «Транспорт системаһын үҫтереү», «Демографик хәлде яҡшыртыу», «Суд системаһын һәм процессуаль ҡануниәтте камиллаштырыу», «Граждандарҙың хоҡуҡи белемен һәм ижтимағи-сәйәси әүҙемлеген арттырыу, йәмәғәт секторын үҫтереү», «Халыҡ-ара мөнәсәбәттәр өлкәһендәге мәсьәләләрҙе хәл итеү», «Мәҙәниәт һәм мәғлүмәт өлкәһендә хоҡуҡи мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү», «Хоҡуҡ боҙоуҙарҙы иҫкәртеү һәм хоҡуҡ тәртибен һаҡлауҙа граждандарҙың ҡатнашыуы», «Халыҡты социаль яҡлау өлкәһендә ҡануниәтте камиллаштырыу», «Йәштәр сәйәсәте өлкәһендә ҡануниәтте камиллаштырыу».

Йәштәр йәмәғәт палатаһы рәйесе Николай Самойленко конкурстың республикала уңышлы үтеүен билдәләне.

– 2011 йылда конкурсҡа 15 эш тәҡдим ителһә, быйыл проекттар һаны 45-кә барып баҫты, — тине Николай Самойленко. – Эштәр төрлө йүнәлештәрҙә башҡарылған. Проекттар сиктәрендә теге йәки был хәлгә яңыса ҡараш тәҡдим ителде, ҡануниәтте камиллаштырыу буйынса яңы идеялар булды.

«Башҡортостан Республикаһының закон сығарыусыһы» конкурсында еңеүселәр яҡын арала үҙҙәренең проекттарын Йәштәр йәмәғәт палатаһы комиссияларында яҡлаясаҡ.