Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 60.45 ↑

23 февраль, Кесе йома

Уфа   °

Республикала 2012 йылдың иң яҡшы уҡытыусыһы һайланасаҡ

Йәмғиәт

«Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы-2012» республика конкурсын асыу тантанаһы дүшәмбе, 2 апрелдә, Башҡортостандың Мәғарифты үҫтереү институтында үтәсәк.

Әлеге һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә 123 уҡытыусы ҡатнашасаҡ. Абсолют еңеүсенән тыш, «Рус теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» һәм «Татар теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы» һайланасаҡ.

Бәйге ике турҙан тора. Беренсе турҙа конкурста ҡатнашыусылар инновацион проекттарын тәҡдим итәсәк, асыҡ дәрес күрһәтеп, уға анализ яһаясаҡ, уҡыусылар һайлаған тема буйынса класс сәғәте үткәрәсәк.

Икенсе турҙа иң юғары балл йыйыусы 15 кеше ҡатнашасаҡ. Уларҙы оҫталыҡ дәрестәрен үткәреү, лекция менән сығыш яһау һәм фекер алышыуҙа ҡатнашыу көтә.

Һәләтле, ижади эшләүсе уҡытыусыларҙы асыҡлау, тәбрикләү, уларға ярҙам итеү, шулай уҡ уҡытыусы һөнәре абруйын арттырыу, йәмәғәтселек аңында уҡытыусының ыңғай образын формалаштырыу конкурстың төп маҡсаты булып тора. Бынан тыш, ойоштороусылар иҫәпләүенсә, бындай саралар мәғариф өлкәһендә алдынғы идеяларҙы һәм республиканың иң яҡшы уҡытыусыларының ыңғай тәжрибәһен таратыуға булышлыҡ итә, ижади йәһәттән үҫеү өсөн уңайлы шарттар булдыра.

Конкурсты ойоштороусылар булып Башҡортостандың мәғариф министрлығы, Халыҡ мәғарифы һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының республика комитеты, төбәктең Мәғарифты үҫтереү институты сығыш яһай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть