Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 55.84 ↓

EUR 60.79 ↑

26 апрель, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостандың мәғариф министры урынбаҫары Артур Сурин вафат булды

Йәмғиәт

1 апрелдә оҙаҡ ауырығандан һуң 54-се йәшендә БР мәғариф министры урынбаҫары  Артур Сурин вафат булды.

Артур Шәйхетдин улы Сурин 1958 йылдың 6 июнендә Хәйбулла районының Бәләкәй Арыҫланғол ауылында тыуған. Баймаҡ ауыл хужалығы техникумын, Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. Хеҙмәт эшмәкәрлеген Хәйбулла районының Әбеш урта мәктәбендә биология уҡытыусыһы булып башлай. 1981 -2005 йылдарҙа 2-се Өфө педагогия колледжында эшләй, уҡытыусы, директор урынбаҫары, директор вазифаһын биләй. 2005 йылдың июленән әлегә тиклем БР мәғариф министры урынбаҫары була.

Үҙ вазифаһында Артур Сурин тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү, милли һәм махсус белем биреү мәсьәләләре, балаларҙы һауыҡтырыу, уҡыу әсбаптары нәшер итеү өсөн яуап бирә.

Артур Сурин «БР Мәғариф отличнигы», «РФ Почетлы урта һөнәри белем биреү хеҙмәткәре» знактары менән наградланған, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы» исемен йөрөткән.

Артур Сурин менән бәхилләшеү 3 апрелдә сәғәт 12-лә тыуған ауылында үтәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть