9 декабрь, Йома

02 апрель 2012 йыл, 12:59

Тамара Танһыҡҡужина Рәсәйҙең Халыҡ-ара шашка федерацияһы президенты итеп һайланды

автор: Дмитрий Слезин

Ишембайҙа Рәсәй Халыҡ-ара шашка федерацияһының отчет-һайлау конференцияһы үтте. Конференция эшендә илдең 11 төбәгенән вәкилдәр ҡатнашты.

Халыҡ-ара шашка буйынса биш тапҡыр донъя чемпионы, халыҡ-ара гроссмейстер, Башҡортостан Республикаһы шашка федерацияһы рәйесе, төбәктең Йәмәғәт палатаһы ағзаһы Тамара Танһыҡҡужина Федерацияның яңы президенты итеп һайланды. Был вазифаны ул дүрт йыл биләйәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, бығаса Федерацияға Юрий Черток етәкселек итте.

Рәсәй Халыҡ-ара шашка федерацияһының вице-президенты вазифаһын Василий Чижов башҡара.

темалар: шашка