8 декабрь, Кесе йома

02 апрель 2012 йыл, 12:43

Төньяҡ-көнбайыш райондарҙа экомобиль 2400-ҙән ашыу терегөмөшлө лампа йыйҙы

автор: Галина Бахшиева

Терегөмөшлө изделиелар ҡабул итеүсе Башҡортостандағы берҙән-бер күсмә пункт – экомобиль Ағиҙелдә, Яңауылда һәм Нефтекамала 2400-ҙән ашыу терегөмөшлө лампа һәм градусник йыйған.

«Башинформ» агентлығына «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһы инженер-экологы Альбина Шәмсетдинованың хәбәр итеүенсә, рейд һөҙөмтәһендә экомобиль менән Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондары халҡынан ҡабул ителгән изделиеларҙың күбеһе – люминесцент лампалар. Уларҙы халыҡ 2280 дана тапшырған. Ҡалғандары – энергия һаҡлаусы лампалар һәм градусниктар.

Альбина Шәмсетдинова әйтеүенсә, терегөмөшлө изделиелар тапшырыуҙа Нефтекама халҡы әүҙемлек күрһәткән. Улар 1500-ҙын ашыу әйбер тапшырған.

Экомобиль менән йыйылған әйберҙәрҙең барыһы ла Стәрлетамаҡҡа махсус хәүефле ҡалдыҡтарҙы утилләштереү учаскаһына ебәрелгән. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, төньяҡ-көнбайыш райондарға рейдҡа экомобиль 2012 йылда тәүге тапҡыр сыҡты. «Тәбиғәт» дәүләт унитар предприятиеһынан хәбәр итеүҙәренсә, 2011 йылда экомобиль республика буйынса 30-лаған рейд яһаған һәм халыҡтан  ете меңдән ашыу люминесцент һәм энергия һаҡлаусы лампалар йыйып алған.