10 декабрь, Шәмбе

02 апрель 2012 йыл, 12:35

Өфөгә Италиянан эшҡыуарҙар киләсәк

автор: Любовь Колоколова

29 майҙан 1 июнгә тиклем Өфөлә Бәләкәй һәм урта бизнес өлкәһендә хеҙмәттәшлек һәм сәнәғәт округтары буйынса Рәсәй-Италия эш төркөмөнөң XX ултырышы үтәсәк. Осрашыу сиктәрендә Башҡортостанға 100-ҙән ашыу Италия эшҡыуарҙары киләсәк.

Был ваҡиға айҡанлы Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты эш төркөмө ултырышында ҡатнашыу өсөн заявкалар ҡабул итеү хаҡында иғлан итте.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, йылына ике тапҡыр Рәсәйҙә һәм Италияла паритетлы нигеҙҙә үткәрелгән Эш төркөмө ултырыштарында был илдәрҙең инвестицион проекттарының презентациялары ойошторола, ике ил эшҡыуарҙары араһында тура бәйләнеш булдырыла. Ғәҙәттә пленар ултырышта Рәсәй һәм Италияның иҡтисади үҫеш министрҙары һәм министр урынбаҫарҙары доклад менән сығыш яһай. Эш төркөмө ултырышында пленар ултырыштан тыш, түңәрәк өҫтәлдәр, хеҙмәттәшлек итеү буйынса осрашыуҙар үткәрелә. Бынан тыш, Рәсәй һәм Италтия эшҡыуарҙары араһында тура бәйләнеш булдырыу маҡсатында предприятиеларға барыу ҙа ойошторола.