Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Өфөнөң хеҙмәт баҙарындағы хәлдәр көндән-көн яҡшыра

Иҡтисад

Бер аҙнала Өфөнөң хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлек коэффициенты тағы бер нисә пунктҡа төшөп, бөгөн ул 0,46-ға тиң. Икенсе төрлө әйткәндә, Башҡортостандың баш ҡалаһында бер вакантлы урынға рәсми рәүештә берәүҙән дә кәм кеше дәғүә итә.

«Башинформ» агентлығына Өфөнөң мәшғүллек хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, эшһеҙлек кимәле ҡалала 1,5 процентҡа тиң.

Бөгөн республиканың баш ҡалаһында 19400 самаһы буш эш урыны иҫәпләнә. Йыл башынан алып Өфөнөң эш биреүселәре хеҙмәт биржаһына 30200-ҙән ашыу вакансия тураһында мәғлүмәт биргән.

Мәшғүллек хеҙмәтенең ярҙамы менән 2012 йыл башынан алып 4700-ҙән ашыу кеше эшкә урынлашҡан. Әле Халыҡты эш менән тәьмин итеү үҙәгендә туғыҙ меңгә яҡын кеше иҫәптә тора. Уларҙың 8400-ҙән ашыуы — эшһеҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть