8 декабрь, Кесе йома

02 апрель 2012 йыл, 10:52

Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Күгәрсен һәм Мәләүездә булды

автор: "Башинформ" | фото: Андрей Старостин

31 мартта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре менән Күгәрсен һәм Мәләүез райондарында булды, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

Күгәрсен районының Мәҡсүт ауылында республика башлығы «Октябрьское» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә ҡараған Башҡортостандағы берҙән-бер йәнлекселек фермаһының эшмәкәрлеге менән танышты. Предприятие 2005 йылда нигеҙләнгән, әммә ҡиммәтле тиреле йәнлектәр үрсетеү һәм тире эшкәртеү бында 2012 йылда ғына ойошторолған. Бөгөн махсус ситлектәрҙә 125 баш төлкө, 625 аҡ төлкө, 600 баш кеш аҫрала. Ә апрель башында 1200 баш шәшке ҡайтарыу планлаштырыла. Яңы эшмәкәрлек йүнәлешенә предприятие 150 млн һум самаһы аҡса тотонған. Алдағы өс йылда тағы 400 млн һум самаһы капитал һалыу күҙаллана. Проект ҡеүәтенә йәнлекселек фермаһы 2018 йылға сығырға тейеш, ул ваҡытта затлы тиреле йәнлектәр иҫәбе 40 меңгә етәсәк (һәр төрҙәге йәнлектәр 10-ар мең баш буласаҡ). Был йылына 200 мең тире етештереү мөмкинлеге бирәсәк.

Рөстәм Хәмитов йәнлектәр үрсетеү һәм тире эшкәртеү технологияһы, шулай уҡ сығарылған продукцияны һатыу менән ҡыҙыҡһынды. Затлы тирегә һорауҙың күп булыуы асыҡланды. Айырыуса кеш тиреләре ҡиммәт — уның өлгөрөү осоро өс йылға тиң, шул уҡ ваҡытта кеш йыл һайын үрсем килтерә.

Республика Президенты предприятиеның иҡтисади күрһәткестәре менән танышты. «Октябрьское» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте иген, май ала торған, ҡуҙаҡлы, мал аҙығы культураларын үҫтереү, эре мал үрсетеү, ит һәм һөт етештереү менән шөғөлләнә. Йәнлек үрсетеү предприятиела ҡалдыҡһыҙ производство ойошторорға мөмкинлек биргән: малсылыҡ ҡалдыҡтары йәнлектәргә аҙыҡ итеп эшкәртелә.

Ошонда уҡ, Мәҡсүттә, Рөстәм Хәмитов 20 койка-урынлыҡ бүлексәһе булған ауыл амбулаторияһын ҡараны. Ул 1940-сы йылдарҙа уҡ ойошторолған булһа ла, һуңынан ауыл участка дауаханаһы итеп үҙгәртеп ҡоролған, артабан, 2006 йылда, яңынан амбулаторияға үҙгәртелгән. Амбулаторияның әлеге бинаһы 1984 йылда төҙөлгән.

Башҡортостан Президенты учреждениеның халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү буйынса мөмкинлектәре менән танышты, амбулатория биналарын һәм кабинеттарын ҡараны, пациенттар менән аралашты.

Рөстәм Хәмитов тыуым күрһәткестәренә иғтибар итте һәм район башлығына кире динамиканың сәбәптәрен асыҡлап, демографик күрһәткестәрҙе яҡшыртыу сараһын күрергә ҡушты. Атап әйткәндә, Мәҡсүттә 2009 йылдан алып тыуым 1000 кешегә иҫәптә 14,4-тән 11-гә тиклем кәмегән.

Артабан пациенттарҙы һалып дауалау бүлексәһендә Рөстәм Хәмитовтың медицина хеҙмәткәрҙәре менән осрашыуы үтте. Осрашыу дауамында «Земство табибы» федераль программаһында ҡатнашҡан өс йәш табипҡа тейешле килешеүҙәр тапшырылды. Хәтерегеҙгә төшөрәйек, программаның асылы шунда – ауылда йәшәргә һәм унда кәмендә биш йыл эшләргә теләк белдергән һәр йәш табип дәүләттән бер миллион һум аҡса ала. Башҡортостан — ошо федераль программала ҡатнашҡан тәүге Рәсәй төбәктәренең береһе. Быйылдан алып ауылға ҡайтҡан йәш табиптарға ошондай уҡ республика программаһы буйынса Башҡортостан бюджетынан өҫтәп 100 мең һум түләнә.

Табиптар менән аралашҡанында Рөстәм Хәмитов һаулыҡ һаҡлау өлкәһен модернизациялауҙың республикаға ҡыйбатҡа төшөүен билдәләне. «Һәм был ике йылға – 2011-2012 йылдарға ғына, яңыртыу 2013, 2014, 2015 йылдарҙа ла дауам ителәсәк. Беҙгә тағы ла аҡса бирәсәктәр. Үҙебеҙ ҙә эшләйәсәкбеҙ. Көс һалырға, эшләргә генә кәрәк».

Президент иң ҙур проблеманың ауыл, ауыл медицинаһы булыуын билдәләне. Биналар, ҡорамалдар, иң мөһиме – кешеләр етмәй.  Ауыл ерендә әлеге көндә 1200-ләгән белгес кәрәк.

Күгәрсен районы тураһында һөйләгәндә, республика башлығы бында һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге хәлдәрҙең ярайһы яҡшы булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Район дауаханаһы ла, фельдшер-акушерлыҡ пункттары ла, амбулаториялар ҙа бар. Рөстәм Хәмитов фельдшер-акушерлыҡ пункттары эшмәкәрлеге буйынса алып барылған эштәр тураһында һөйләне.

— Беҙҙә фельдшер-акушерлыҡ пункттары эшмәкәрлеген яҡшыртыу буйынса ҙур программа эшләй,- тине республика башлығы. — Бындай пукнттар күп – бер нисә мең (Күгәрсендә генә улар 52). Нимәһен йәшерергә, шуларҙың яртыһы насар хәлдәлер, моғайын. Ҡалған яртыһының торошо яҡшыраҡ, әммә уларҙа ла артыҡ ғорурланырлығы юҡ. Беҙгә стационар ҡоролмалар кәрәк, бәлки уйлап ҡарарбыҙ, хәҙер еңел һәм тиң ҡоролоусы йорттар бар. Ҡайҙалыр ике-өс, бәлки бер-ике йорт төҙөп, фельдшер-акушерлыҡ пункттарын йыһазландырырға кәрәктер.

Һаулыҡ һаҡлау министры Георгий Шебаев «Земство табибы» программаһының ысынлап ғәмәлгә ашырыла башлауын раҫланы.

— 2011 йылда ауылға эшкә ҡайтҡан һәм 2012 йылда ҡайтасаҡ белгестәр иҫәбенән бөгөнгө көндә 553 кеше бындай түләүҙәр аласаҡ, — тине министр. — Беҙ бөгөн Күгәрсен районынан башлайбыҙ, әлегә тиклем 215 заявка ҡабул иттек һәм бына тәүге өс ҡыҙға килешеүҙәр тапшырабыҙ. Улар миллион һум аласаҡтарына әле һаман ышанмай. Ҡағыҙҙарҙы күргәс — ышанырҙар, тип уйлайым.

Мәләүез ҡалаһында Башҡортостан Президенты йортта йәшәүселәрҙең ялыуҙары буйынса Вокзал урамындағы 8-се торлаҡ йортто реконструкциялау барышын тикшерҙе. Үҙҙәренең мөрәжәғәтендә граждандар Рөстәм Хәмитовтан реконструкциялауҙы тамамлауҙа ярҙам итеүен һораған. 2009 йылда уҡ торлаҡта йәшәүселәрҙең ризалығы менән ике ҡатлы йортҡа тағы ике ҡат өҫтәп төҙөлә башлаған булған. Әммә төҙөлөш әле һаман тамамланмаған.

Рөстәм Хәмитов үрге ҡаттарҙы өҫтәп төҙөү технологияһы менән ҡыҙыҡһынды. Бының өсөн металдан каркас файҙаланылған. Һөҙөмтәлә 49-60 квадрат метрлыҡ 12 яңы ике бүлмәле фатирҙар төҙөлгән. Квадрат метрҙың үҙҡиммәте 21 мең һумды тәшкил иткән. 1 майға тиклем төҙөлөш һәм биҙәү эштәрен тамамлау планлаштырыла. Бынан һуң иҫке коммуналь инфраструктура системаһы һәм тәүге ике ҡаттағы тәҙрәләр алмаштырыласаҡ (йорт 1962 йылда төҙөлгән).

Рөстәм Хәмитов йортта йәшәгән кешеләр менән аралашты һәм муниципаль чиновниктарға йорт яны биләмәһен комплекслы төҙөкләндереү кәрәклегенә иғтибар итергә ҡушты. Республика башлығы йәнә яҡындағы балалар майҙансығын ҡарап сыҡты һәм спорт менән шөғөлләнеү өсөн ҡорамалдарҙың бик аҙ булыуына ризаһыҙлыҡ белдерҙе. Шулай уҡ йорт янындағы магазинға инеп, Рөстәм Хәмитов урындағы тауар ассотименты менән ҡыҙыҡһынды һәм Мәләүез продукцияһына өҫтөнлөк бирергә саҡырҙы.