Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Америкала Әхмәтзәки Вәлидиҙең китабы баҫтырылды

Йәмғиәт

Бөтә донъяға билдәле ғалим Әхмәтзәки Вәлидиҙең «Хәтирәләр» китабы Америка Ҡушма Штаттарында инглиз телендә донъя күрҙе. Ул Чарльстон ҡалаһында баҫтырылды һәм яҡынса 500 биттән тора.

«Башинформ» агентлығына Башҡортостандың ТӨРКСОЙ-ҙағы вәкиле Әхәт Сәлихов хәбәр итеүенсә, «Хәтирәләр»ҙе инглиз теленә Америка ғалимы Хасан Паксой тәржемә иткән. Сығышы менән ул төрөк.

Китап «Тәржемәсе яҙмалары» тип аталған баш һүҙ менән башлана. Унда төрөк телендәге ҡайһы бер һүҙҙәрҙе инглиз теленә тәржемә итеү үҙенсәлектәре хаҡында бәйән ителә, шулай уҡ Хасан Паксой үҙенең 1980-се йылдарҙа уҡ башлаған был эшмәкәрлеге хаҡында һөйләй.

Әхмәтзәки Вәлидиҙең улы, Билькент университеты профессоры Сүбиҙәй Туған инглиз телендәге «Хәтирәләр»ҙең бер экземплярын Башҡортостандың Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханаһына тапшырған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть