8 декабрь, Кесе йома

02 апрель 2012 йыл, 11:06

Ишембайҙан Рифат Әйүпов 2012 йылдың иң яҡшы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булды

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Ишембай ҡалаһының 8-се дөйөм белем биреү мәктәбе уҡытыусыһы Рифат Әйүпов «Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2012» төбәк-ара конкурсында Гран-при яуланы. Наградлау тантанаһы М.Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында үтте.

Был юлы һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә 57 кеше ҡатнашты. Конкурста ҡатнашыусылар асыҡ дәрестәр, оҫталыҡ дәрестәре үткәрҙе, үҙҙәренең инновацион тәжрибәһе менән уртаҡлашты, «Беҙҙән һуң нимә ҡала» темаһына лекция менән сығыш яһаны, шулай уҡ фекер алышыуҙа ҡатнашты.

Был бәйгелә башҡа төбәктәрҙән дә уҡытыусыларҙың ҡатнашыуы мөһим, тип билдәләне Башҡортостандың мәғариф министры Әлфис Ғаязов.

— Был юлы конкурсҡа Ырымбур, Һамар, Силәбе өлкәләренән вәкилдәр килде, — тине ул. – Башҡорт телен һәм әҙәбиәтен уҡытыуҙа беҙҙең ҡаҙаныштарҙы, алдынғы тәжрибәне пропагандалау конкурстың төп маҡсаты булып торҙо. 57 ҡатнашыусының һәр береһе үҙенең инновацион технологияларын һәм методикаларын тәҡдим итеп, ниндәйҙер яңылыҡ индерә, быларҙың барыһы ла башҡалар өсөн өлгө була ала, — тип иҫәпләй Әлфис Ғаязов.

Биш финалистан тыш, төрлө номинацияларҙа призерҙар ҙа билдәләнде. Шулай уҡ бәйгелә ҡатнашыусыларға бағыусыларҙан һәм республика киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренән махсус приздар тапшырылды.

— Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы һөнәре менән бер рәттән икенсе белгеслеккә лә уҡыным. Ул миңә ҡыҙығыраҡ тойолдо, — тине конкурста еңеүсе Рифат Әйүпов. – Мин юрист булырға теләнем, шуға күрә юғары уҡыу йортон тамамлағандан һуң тәфтишсе булып эшләй башланым. Әммә ике йылдан һуң яҙмыш ҡушыуы буйынса мәктәпкә килдем, һәм бына 15 йыл инде был изге һәм һөҙөмтәле һөнәргә тоғро булып ҡалам. Өләсәйем менән ҡартатайым шулай уҡ уҡытыусы булған. Был да минең һайлауға йоғонто яһағандыр, моғайын. Эшемде, уҡыусыларымды яратам, тағы мәктәпкә килер өсөн каникулдар бөтөүен түҙемһеҙләнеп көтөп алам. Уҡытыусы һөнәрендә төрлөһө була – ауыр мәлдәр ҙә, бәхетле саҡтар ҙа. Уҡыусыларым олимпиадаларҙа еңеү яулаһа, улар менән бергә ҡыуанам. Уларҙың еңеүе – минең еңеү.

Рифат Әйүпов фекеренсә, уҡытыусы, тәү сиратта, уҡыусылары өсөн дуҫ булырға тейеш.

— Балалар күңеле бик нескә була, ысын менән ялғанды улар тиҙ айыра, һиҙә. Шуға күрә беҙ һәр ваҡыт ғәҙел кеше булып ҡалырға тейеш, — тип иҫәпләй конкурста еңеүсе.