3 декабрь, Шәмбе

02 апрель 2012 йыл, 10:11

Йылайырҙа агросәнәғәт комплексында инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу мәсьәләләре ҡаралды

автор: "Башинформ"

Йылайыр районы хакимиәтендә БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары Мирхәйҙәр Фәтҡуллин һәм БР Ауыл хужалығы министрының беренсе урынбаҫары Азат Йыһаншин ҡатнашлығында ауыл хужалығы мәсьәләләренә арналған кәңәшмә үтте.  

Кәңәшмәлә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу сиктәрендәге бурыстар үтәлеше тикшерелде. Райондағы иң перспективалы тармаҡтар иҫәбендә тип умартасылыҡ һәм һарыҡсылыҡ аталды.

Ошоға бәйле БР Хөкүмәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары райондың ауыл хужалығы идаралығына Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге менән хеҙмәттәшлек булдырырға тәҡдим итте. Йәнә Мирхәйҙәр Фәтҡуллин, район мәктәптәрендә умартасылыҡ нигеҙҙәрен уҡытыуҙы ойошторорға кәрәк, тигән фекерен еткерҙе.

Шәхси ярҙамсы хужалыҡ башлыҡтары кәңәшмәлә бал һатыу, башҡорт тоҡомло бал ҡорттарының тоҡом таҙалығын һаҡлау, шулай уҡ ҡортсоларҙы инвентарь һәм ҡулланыу материалдары менән тәьмин итеү мәсьәләләрен күтәрҙе.

Ауыл хужалығы министры урынбаҫары үҙенең сығышында район аграрийҙарының эшмәкәрлегендәге етешһеҙлектәрҙе атаны. Атап әйткәндә, хужалыҡтарҙың инвестиция проекттарында етерлек кимәлдә әүҙем ҡатнашмауҙары тураһында һүҙ алып барылды.

темалар: ауыл хужалығы