Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.57 ↑

EUR 67.93 ↓

20 октябрь, Йома

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Приют ҡасабаһында булды

Сәйәсәт

30 мартта Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов эш сәфәре барышында Бәләбәй районының Приют ҡасабаһында булды, тип хәбәр иттеләр республика башлығының матбуғат хеҙмәтенән. Төбәк башлығы «Приютовский» спорт-һауыҡтырыу комплексында булды, унда яңы бассейн сафҡа индерелгән. Бассейнда көнөнә 160 кеше шөғөлләнә ала. Шунда уҡ Рөстәм Хәмитов тренажер һәм дзюдо залдарын ҡараны, төҙөлөш эштәренең юғары сифатын билдәләне.

Бассейнды асыу тантанаһында сығыш яһап, Рөстәм Хәмитов быйыл Приютта япмалы һырғалаҡ төҙөләсәген билдәләне. Ҡасабала был сираттағы спорт объекты.

— Дөйөм алғанда, халыҡҡа еңелерәк, яҡшыраҡ булһын өсөн эшләргә кәрәк. Һәм бындай объекттар – спорт, күңел асыу йәки торлаҡ йорттар булһынмы — даими рәүештә сафҡа индерелергә тейеш. «Газпром» — яҡшы компания, «Баштрансгаз» — был компанияның яҡшы бүлексәһе. Бергә күп нәмәләр башҡара аласаҡбыҙ әле, тип уйлайым, — тине республика башлығы.

Шулай уҡ Рөстәм Хәмитов Приют ҡасабаһында 28 ғинуарҙа газ шартлау һөҙөмтәһендә зыян күргән кешеләр өсөн күп фатирлы торлаҡ йорт төҙөү барышын тикшерҙе. Ул ваҡытта 16 ғаилә йортһоҙ ҡалды.

Рөстәм Хәмитов ҡушыуы буйынса 31 ғинуарҙа яңы йорт төҙөлә башланы. 15 майҙа объектты файҙаланыуға тапшырыу планлаштырыла. Әлеге ваҡытта эштәр план буйынса бара һәм 61 процентҡа үтәлгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть