7 декабрь, Шаршамбы

30 март 2012 йыл, 17:44

БДПУ абитуриенттар өсөн ишектәрен аса

автор: Розалия Вәлиева

31 мартта М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында абитуриенттар өсөн Асыҡ ишектәр көнө үткәреләсәк.

Сарала мәктәпте тамамлаусылар вуз етәкселегенән университет тураһында мәғлүмәт алыу, «Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнеү үҙенсәлектәре» уҡытыу семинарында ҡатнашыу, БДИ тапшырыу буйынса бушлай консультациялар алыу мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Шулай уҡ мәктәп уҡыусылары өсөн «БДИ тапшырыуҙың психологик аспекттары» тренингы ойоштороласаҡ.

«Башинформ» агентлығына БДПУ-ның матбуғат хеҙмәте етәксеһе Ольга Печаткина хәбәр итеүенсә, абитуриенттар алдында педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин, ҡабул итеү комиссияһының яуаплы секретары Фиданис Тимерханов, тарихи һәм хоҡуҡи белем биреү институты директоры Гөлнара Обыденнова, физика-математика факультеты деканы Эдуард Жданов һәм студенттар ойошмалары советы рәйесе Мария Халимонова, шулай уҡ БДПУ студенттары һәм уҡытыусылары сығыш яһаясаҡ.

Рәсми өлөштән һуң студенттар клубы коллективының байрам концерты ойоштороласаҡ.

Шулай уҡ абитуриенттар БДПУ факультеттарында һәм институттарында була аласаҡ, улар өсөн экскурсиялар, шулай уҡ декандар, директорҙар, кафедра мөдирҙәре һәм уҡытыусылар менән осрашыуҙар ойоштороласаҡ.

Сара Октябрь революцияһы, 3а адресы буйынса 2-се уҡыу корпусында үтәсәк. Башлана 10 сәғәттә.