8 декабрь, Кесе йома

30 март 2012 йыл, 16:55

БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты: «Дәүләт торлаҡ мәсьәләһен комплекслы хәл итеү яҡлы»

автор: Галина Бахшиева

Башҡортостандың төҙөлөш тармағы яңы үҫеш векторына — территорияларҙы комплекслы үҙләштереүгә күсә. Бындай үҙләштереү торлаҡ һәм коммерция күсемһеҙ милкенең, социаль, инженерлыҡ һәм транспорт инфраструктураһының оптималь нисбәттә булыуы арҡаһында йәшәү өсөн яңы күркәм мөхит булдырыуҙы күҙ уңында тота.

Бөгөн социаль торлаҡ төҙөлөшө мәсьәләһенә арналған Рәсәй Төбәктәр үҫеше министрлығының күсмә кәңәшмәһендә БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүдовтың хәбәр итеүенсә, дәүләт үҙе лә торлаҡ мәсьәләһен хәл иткәндә комплекслы ҡараш технологияларын ҡулланыу яҡлы.

Быны «Рәсәй граждандарына – арзан һәм уңайлы торлаҡ» милли проекты сиктәрендәге Хөкүмәт эштәренең өҫтөнлөклө йүнәлештәре лә раҫлай. Улар араһында — территорияларҙы генераль планлаштырыу эштәрен әүҙемләштереү, ипотека кредитлауы системаһын үҫтереү, торлаҡ төҙөлөшө мәсьәләләрендә бизнес менән дәүләттең үҙ-ара хеҙмәттәшлеген арттырыу.

— Был мәсьәләләрҙе системалы хәл итеү генә Рәсәйҙә торлаҡ проблемаһын хәл итәсәк һәм төрлө халыҡ ҡатламдарына торлаҡ һатып алыу мөмкинлеге бирәсәк, — тип иҫәпләй Хәлит Мәхмүдов.

БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты башлығы һүҙҙәренсә, ошо маҡсатты күҙ уңында тотоп, республика айырым граждандар категорияларына ярҙам итеү ҡаралған төбәк программаларын өҫтәп финанслау буйынса федераль бюджет средстволарын бүлеүҙә әүҙем ҡатнаша. Федераль һәм республика бюджеттарынан һоралған средстволарҙың дөйөм суммаһы 4,2 миллиард һум тәшкил итә.