11 декабрь, Йәкшәмбе

30 март 2012 йыл, 16:34

Иглинда көрәш буйынса зона турниры үтәсәк

автор: Тимур Рәхмәтуллин

5 апрелдә Иглинда «Сәләмәт тормош өсөн көрәш» акцияһы сиктәрендә милли көрәш буйынса асыҡ зона турниры үтәсәк. Ойоштороусылар булып Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, Иглин районы хакимиәте һәм «Башҡортостан» гәзите редакцияһы сығыш яһай. Ярыштарҙа Иглин, Нуриман, Ҡариҙел, Кушнаренко, Благовещен, Бүздәк райондары һәм Өфө ҡалаһы командалары ҡатнашасаҡ.

Сәләмәт тормошто пропагандалау, спортсылар араһында дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙе нығытыу, милли спорт төрҙәрен үҫтереү, иң көслө батырҙарҙы асыҡлау, ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙың спорт оҫталыҡтарын камиллаштырыу, йәштәрҙе патриотик һәм рухи-әхлаҡи йәһәттән тәрбиәләү турнирҙың төп маҡсаттары булып тора.

Турнирҙа еңеүселәр кубоктар, миҙалдар, приздар һәм грамоталар менән бүләкләнәсәк. Сара сиктәрендә Башҡортостандың алда һанап үтелгән муниципалитет мәктәптәренә көрәш менән шөғөлләнеү өсөн келәмдәр алыуға сертификаттар тапшырыласаҡ.