11 декабрь, Йәкшәмбе

30 март 2012 йыл, 16:15

Илья Пономарев: «Яҡын арала торлаҡты бушлай хосусилаштырыу тамамланасаҡ»

автор: Любовь Колоколова

— Тиҙҙән торлаҡты бушлай хосусилаштырыу башҡаса булмаясаҡ, юғиһә беҙ халыҡты торлаҡ менән тәьмин итеү проблемаһын хәл итмәйәсәкбеҙ. Беҙҙең алда граждандарҙы шәхси милек менән түгел, ә торлаҡ менән тәьмин итеү бурысы тора. Шуға күрә был мәсьәләне хәл итер өсөн найм нигеҙендәге механизмдар ҙа файҙаланырға тейеш, — тине РФ Төбәктәр үҫеше министры урынбаҫары Илья Пономарев бөгөн Өфөлә үткән РФ Төбәктәр үҫеше министрлығының күсмә ултырышынан һуң журналистар менән аралашҡанда.

— Башҡортостан – территорияларҙы комплекслы үҙләштереү, инфраструктура һәм социаль торлаҡ төҙөлөшө алып барылған ярайһы үҫешкән төбәк. Был кәңәшмәнең тап ошонда үтеүе осраҡлы түгел, — тип билдәләне Илья Пономарев. Ул йәнә, Рәсәйҙә ҡуртымға бирлеүсе торлаҡ баҙары үҫешәсәк, ә һалым ҡануниәтендә яңылыҡтар көтөлә, тип белдерҙе.