6 декабрь, Шишәмбе

30 март 2012 йыл, 15:53

Өфөлә һәм Өфө районында торлаҡ төҙөлөш үҫтереү буйынса ярҙамсы программа майҙа старт аласаҡ

автор: Галина Бахшиева

БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты Өфө ҡалаһы һәм районында торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү буйынса ярҙамсы программа әҙерләй. Ул «2011-2015 йылдарға Башҡортостан Республикаһында торлаҡ төҙөлөшө үҫешен әүҙемләштереү» айырым маҡсатлы төбәк программаһы сиктәрендә әҙерләнә.

БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәлит Мәхмүдовтың әйтеүенсә, Өфөлә һәм Өфө районында торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү буйынса ярҙамсы программа 2012 йылдың майында старт аласаҡ.

Документ комплекслы үҙләштереү проекттарын һәм төбәк операторын конкурс нигеҙендә һайлап алыу, шулай уҡ бюджет һәм бюджеттан тыш финанслау сығанаҡтарын формалаштырыуҙы күҙ уңында тота.

— Киләсәктә был ярҙамсы программаны бөтә республикаға таратыу планлаштырыла, — тип хәбәр итте бөгөн төҙөлөш мәсьәләһенә арналған Рәсәй Төбәктәр үҫеше министрлығының күсмә ултырышында БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесе.