Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 60.14 ↑

EUR 67.14 ↓

23 июнь, Йома

Уфа   °

Силәбелә «Башҡорт Рок-Party» үткәрелде

Йәмғиәт

Көн элгәре Силәбелә йәш рок төркөмдәр ҡатнашлығында башҡорт дискотекаһы үткәрелде. «Башҡорт Рок-Party» исемле сараны Силәбенең «Байрам» продюсер үҙәге менән берлектә Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре иттифағы ойошторҙо.

— Был ағымдағы йылда үткәрелгән бишенсе кисә, — тип һөйләне Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре иттифағы рәйесе Тимур Сәфиуллин. – Йәштәрҙең һорауы буйынса әлеге кисәне рок форматта үткәрергә булдыҡ.

Тимур Сәфиуллин йәштәрҙе сираттағы «БашParty» менән ҡотланы һәм Силәбе өлкәһенең «Башҡорт ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһы рәйесенә, Сыбаркүл ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Радик Моратовҡа, шулай уҡ барлыҡ ойоштороусыларға рәхмәтен белдерҙе.

Сарала ҡатнашыусылар өсөн был көндө Өфө ҡунаҡтары — «Ҡараташ», «Бүреләр» төркөмдәре һәм ZinDan сығыш яһаны. DJ Fatikh'a йәштәрҙе күңелле бейеү көйҙәренә бейетте. Шулай уҡ Силәбе өлкәһенән «Код 48» рок төркөмөнөң дебют сығышы булды.

Кисәлә ҡатнашыусылар төрлө конкурстарҙа көс һынашып, «Башҡорт ҡоролтайы» ойошмаһынан бүләктәр алды. Лотереяла ҡатнашып, Эльмира Яҡупова төп бүләк – гитара еңде.

«Бүреләр» төркөмө егеттәре иҫәпләүенсә, бындай кисәләр башҡорт йәштәрен бергә туплауға, уларҙа әхлаҡи-этик сифаттар тәрбиәләүгә булышлыҡ итә.

«Башҡорт Рок-Party» сараһын ойоштороусылар тамашасыларҙы төп «жюри» тип иҫәпләй, артабан ошо юҫыҡта эште дауам итер өсөн интернет селтәрендә уларҙың фекерҙәре тупланасаҡ. Тимур Сәфиуллин һүҙҙәренсә, киләһе бындай дискотека рэп-фестиваль форматында үткәреләсәк.

Материалды Силәбе өлкәһенең «Башҡорт ҡоролтайы» йәмәғәт ойошмаһы журналисы Динә Нафиҡова әҙерләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть