Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Халыҡ-ара күҙәтеүселәр Башҡортостандағы һайлауҙарҙы юғары баһаланы

Сәйәсәт

Халыҡ-ара күҙәтеүселәр Башҡортостан биләмәһендә үткән Рәсәй Президенты һәм урындағы үҙидараның вәкиллекле органдарына һайлауҙарға юғары баһа бирҙе.   «Башинформ» агентлығына БР Үҙәк һайлау комиссияһында хәбәр итеүҙәренсә, ошо арала БР Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Хәйҙәр Вәлиев исеменә Украина Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Владимир Шаповалдан, Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең Рәсәйҙәге башҡарма комитетының күҙәтеүселәр миссияһы составында республикалағы һайлауҙарҙы күҙәткән Ҡаҙағстан делегацияһы вәкилдәренән хаттар килгән. Бөтә хаттарҙа ла Башҡортостанда һайлауҙарҙың юғары кимәлдә ойошторолоуы билдәләнгән һәм яҡшы ҡабул иткәндәре өсөн рәхмәт белдерелгән.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Башҡортостан биләмәһендә һайлауҙар барышын 17 халыҡ-ара күҙәтеүсе тикшерҙе. Уларҙың унауһы –  Европала именлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса ойошма вәкилдәре булһа, алтауһы – БДБ илдәре миссияһы вәкиле, береһе – «Берләшкән Германия» йәштәр йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы. Улар һәр участкала ҡуйылған вебкамералар ярҙамындағы видеокүҙәтеү системаһын айырыуса юғары баһаланы. Күҙәтеүселәр Өфөнән тыш, Стәрлетамаҡ ҡалаһында, Стәрлетамаҡ һәм Ғафури райондарында һәм республиканың тағы бер нисә төбәгендә эшләне.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть