10 декабрь, Шәмбе

30 март 2012 йыл, 14:44

Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар партияһы булдырылды

автор: Евгений Рәхимҡолов

Рәсәйҙә ҡатын-ҡыҙҙар партияһы булдырылды. Уның ойоштороу йыйылышы көн элгәре Мәскәүҙә Рәсәй ҡатын-ҡыҙҙары конференцияһы сиктәрендә үтте. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанова хәбәр итте. Ул конференцияла беҙҙең республика исеменән сығыш яһаны.

— Илдә ҡатын-ҡыҙҙарҙың сәйәси партияһын булдырыу хаҡында ҡарар ҡабул итеү партияларҙы теркәү тураһындағы ҡануниәтте ябайлаштырыуға бәйле, — тип комментарий бирҙе ул . – Бындай партия 1990-сы йылдарҙа булған. Шуға күрә хәҙер ул тергеҙелә, тиһәк тә була. Ҡатын-ҡыҙҙар мәнфәғәтен яҡлаясаҡ бындай партия бик актуаль. Конференция барышында башҡа төбәктәрҙән хеҙмәттәштәрем менән аралашып, уларҙа Дәүләт Думаһы депутаттарын һайлау алдынан үткәрелгән праймеризда күп ҡатындарҙың уңышлы ҡатнашҡаны тураһында белдем. Әммә һөҙөмтәлә улар депутатлыҡҡа үтмәгән. Башҡортостандан Дәүләт Думаһына үткән депутаттар араһында өс ҡатын булыуы тураһында һөйләгәс, конференцияла ҡатнашыусылар ныҡ аптыраны. Күпселек төбәктәрҙә бер ҡатын да үтмәгән. Ҡатын-ҡыҙҙар партияһы беҙҙең хоҡуҡтарҙы яҡлай аласаҡ һәм бындай ғәҙелһеҙлеккә юл ҡуймаясаҡ, тип ышанам.

Рәшиҙә Солтанова һүҙҙәренсә, яңы партияның уставы һәм программаһы ҡабул ителәсәк. Башҡортостанда ла уның бүлексәһе булдырыласаҡ. Партияның төбәк бүлексәһе структураһы тураһында ҡарар Өфөлә 6 апрелдә ойоштороласаҡ йыйылышта ҡабул ителәсәк.