10 декабрь, Шәмбе

30 март 2012 йыл, 14:15

Өфөләге Ленин һәйкәле төҙөкләндереләсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөнөң Ленин һәм Коммунистик урамдары киҫелешендәге скверҙа урынлашҡан, былтыр йыл аҙағында тегеҙелгән Владимир Ленин һәйкәле совет заманындағы күренешенә ярашлы төҙөкләндереләсәк. Төҙөкләндереү мәсьәләһен ҡала Советы ултырышында РФ Коммунистар партияһы фракцияһы вәкилдеренең береһе күтәрҙе.

Өфө хакимиәте башлыҡы Ирек Ялалов был тәҡдимде хуплап сыҡты.

— Беҙҙең бурыс — һәйкәлдең тарихи күренешен тергеҙеү. Һәм беҙ быны эшләйәсәкбеҙ, — тине ул.

Ирек Ялалов элек һәйкәл эргәһендә ике фонтан һәм ике стела булыуын хәтергә төшөрҙә. Уларҙың барыһы ла яңынан төҙөләсәк. Шул уҡ ваҡытта сити-менеджер быйылғы бюджеттың бынан алдағы саҡырылыш депутаттары менән раҫланыуын билдәләне. Унда был маҡсатҡа аҡса бүлеү ҡаралмаған. Әммә ҡала ниндәйҙер өҫтәмә килем алһа, 2013 йылға бюджет төҙөлөүен көтмәйенсә, һәйкәл быйыл уҡ төҙөкләндереләсәк.

Ирек Ялалов билдәләүенсә, Өфөлә дөйөм алғанда парк һәм скверҙарҙы төҙөкләндереү мәсьәләһе ярайһы киҫкен тора. Уның әйтеүенсә, Республика Йорто янындағы Ленин паркынан һәм Еңеү паркынан тыш, ҡалала ял итеү өсөн башҡа төҙөкләндерелгән урындар юҡ.

— Башҡа территорияларҙы, хатта «Ҡашҡаҙан» паркын да, еренә еткереп эшләргә кәрәк, — тип билдәләне Ирек Ялалов.

Уның һүҙҙәренсә, Өфө властары парктарҙы төҙөкләндереү менән муниципаль-шәхси партнерлыҡ шарттарында ла шөғөлләнергә иҫәп тота. Улар парктар ерен спорт, күңел асыу, сауҙа объекттары, ресторан комплекстары төҙөлөшөнә бирергә әҙер. Ләкин ҡала халҡының ялы өсөн тейешле инфраструктура булдырыу һәм парктарҙы төҙөкләндереү шарты менән, әлбиттә.