6 декабрь, Шишәмбе

30 март 2012 йыл, 13:39

Белорет районының профсоюз хәрәкәте активистары наградалар менән билдәләнде

автор: Әлим Фәйезов

Көн элгәре Белоретта Башҡортостан Республикаһының Профсоюздар федерацияһы вәкилдәре булды.

Республиканың Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов, шулай уҡ Федерация аппараты белгестәре ҡала предприятиеларында, дауаханаларҙа булды, граждандарҙы ҡабул итте һәм хеҙмәт ҡануниәте буйынса уларға консультациялар үткәрҙе.

Белорет районы хакимиәтенең ҙур залында республиканың Профсоюздар федерацияһы вәкилдәренең Белорет районының профсоюз активы менән осрашыуы үтте, унда муниципаль район Советы рәйесе Евгений Карепанов, район хакимиәте башлығы Владислав Миронов, Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының Урал аръяғы профсоюз округындағы вәкиле Александр Лебедев ҡатнашты.

Осрашыу барышында төбәктең Профсоюздар федерацияһы рәйесе Әмирхан Сәмерханов, Федерация аппаратының бүлек мөдире Анна Вәлиева һәм иҡтисад бүлегенең алдынғы белгесе Виктор Сотников республиканың Профсоюздар федерацияһының 2011 йылдағы эшмәкәрлеге, республика профсоюздарының хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге, уларҙың хеҙмәт ҡануниәтен камиллаштырыуҙа һәм социаль партнерлыҡты нығытыуҙа ҡатнашыуы хаҡында һөйләне.

Мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәләрендәге мәсьәләләр ҙә айырым тикшерелде.

Осрашыу аҙағында Белорет районының профсоюз хәрәкәте активистары Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының почет грамоталары менән билдәләнде, тип хәбәр иттеләр район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлегенән.

темалар: профсоюздар