11 декабрь, Йәкшәмбе

30 март 2012 йыл, 13:23

Баш ҡалала Ағиҙел аша яңы күпер төҙөләсәк

автор: Евгений Рәхимҡолов

Яҡын арала Өфөнөң төньяҡ өлөшөндә Ағиҙел йылғаһы аша яңы күпер төҙөлә башлаясаҡ. Ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов ошондай тәҡдим индергән һәм уны Өфө ҡала Советы депутаттары хуплаған.

Сити-менеджер әйтеүенсә, ҡала үҫеше планындағы транспорт схемаһы менән Ҡариҙел һәм Ағиҙел йылғалары аша 10 күпер төҙөү ҡаралған. Был йүнәлештә республика етәкселеге лә ярҙам вәғәҙә иткән. Әммә урындағы властар хәл-ваҡиғаларға реаль ҡарарға тырыша һәм бөтә күперҙе лә бер юлы төҙөү өсөн аҡса табып булмауын яҡшы аңлай. Сөнки уларҙың һәр береһе кәм тигәндә ете миллиард һумға төшәсәк.

Шуға күрә алдағы йылдарҙа иң мөһим ике-өс күпергә иғтибар йүнәлтергә ҡарар ителгән. Уларҙың береһе төҙөләсәк урын раҫланған да инде. Был Затон биҫтәһенә Ағиҙел аша һалынасаҡ күпер. Быйыл уны төҙөүгә әҙерлек эштәре башланасаҡ.

Хәҙер Өфө властарына тағы ике күперҙе ҡайҙа төҙөү мәсьәләһен хәл итергә кәрәк. Ирек Ялалов фекеренсә, уларҙың береһен Черниковка биҫтәһендә төҙөү урынлы, сөнки унан әлеге ваҡытта Ағиҙел аша федераль һәм төбәк әһәмиәтендә трассаларға сығыу мөмкинлеге юҡ – Октябрь проспектынан йәки Салауат Юлаев проспектынан бөтә ҡала аша үтеп, башҡа күперҙәр аша йөрөргә тура килә.  

Ирек Ялалов Черниковка халҡы өсөн Өфө дәүләт нефть техник университеты менән «Биатлон» спорткомплексынан алыҫ түгел ерҙә, Интернациональ урамы башланған ерҙә күпер эшләргә тәҡдим итте. Әйткәндәй, транспорт схемаһында был урында күпер төҙөү элек тә ҡаралған булған.