Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.52 ↓

EUR 62.09 ↑

24 март, Йома

Уфа   °

Башҡортостан ҡалалары Рәсәйҙең иң эре сәнәғәт үҙәктәре исемлегенә инде

Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһының ун бер ҡалаһы – Белорет, Дүртөйлө, Благовещен, Ишембай, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ, Өфө, Учалы, Яңауыл Рәсәйҙең 250 иң эре сәнәғәт үҙәге рейтингына инде.

Ҡалалар рейтингында Өфө — 7-се, Салауат – 36-сы, Нефтекама – 71-се, Стәрлетамаҡ – 86-сы, Яңауыл – 168-се, Октябрьский – 184-се, Дүртөйлө — 199-сы, Ишембай – 200-се, Белорет – 201-се, Учалы – 213-сө, Благовещен 247-се урында тора.

250 иң эре сәнәғәт үҙәге рейтингы Рәсәй Архитекторҙар союзы менән берлектә «Урбаника» территориаль планлаштырыу институты менән баҫтырылды. Ул сәнәғәт производствоһы күләмен анализлауға, муниципаль статистика мәғлүмәттәренә, эре етештереү компанияларының отчеттарына таянып әҙерләнгән.

Рейтингта беренсе урындарҙы Мәскәү һәм Санкт-Петербург биләй. Нефть һәм газ, шулай уҡ металлургия өлкәһе үҙәктәре исемлектә айырыуса мөһим урындарҙы биләй. Ике баш ҡаланан тыш, тәүге унау иҫәбенә түбәндәге ҡалалар инде: Сорғот, Нижневартовск, Омск, Пермь, Өфө, Норильск, Силәбе, Новокузнецк.

Әлеге рейтинг Рәсәйҙең эре сәнәғәт үҙәктәренең инвестициялар йәлеп итеү ҡеүәһенә баһа биреү мөмкинлеген бирә, бөтә ил кимәлендә ҡалаларҙы үҫтереү буйынса актуаль мәсьәләләргә иғтибар йүнәлтеүгә булышлыҡ итә, тип хәбәр иттеләр Территориаль планлаштырыу институтынан.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть