Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Өфөлә метробус ебәрелеүе ихтимал

Йәмғиәт

Өфөлә метробус ебәрелеүе ихтимал. Көньяҡ Америка илдәрендә популяр булған был транспорт төрө өс-биш бер-береһенә тоташтырылған автобусҡа оҡшаған. Ул башҡа транспорттан айырым, электричка йәки трамвай кеүек махсус бүленгән трасса буйлап хәрәкәт итә.

Метробусҡа урындағы властар тиҙ йөрөүсе трамвай менән бер рәттән метроға алмаш булараҡ ҡарай. Ҡалала метро төҙөлмәйәсәге аныҡ билдәле. Был турала ҡала Советы ултырышында ҡала хакимиәте башлығы Ирек Ялалов хәбәр итте.

Рәсәйҙең башҡа мегаполистарындағы метрополитен объекттарының һөҙөмтәлелеген тикшергәндән һуң, Өфө властары метро төҙөүҙән баш тартырға ҡарар иткән. Бындай анализ, Мәскәү һәм Санк-Петербургтан тыш, бөтә ҡалаларҙа ла метрополитен объекттарының бер нисә станциялы аттракцион ролен үтәүен күрһәткән.

— Улар иҡтисади яҡтан отошло түгел, бюджеттан ҙур күләмдә дотациялар талап итә, — тип билдәләне Ирек Ялалов. — Күрше ҡалаларҙың береһендә пассажирҙар өсөн метрола йөрөү 15 һум тора, ә бындай сәйәхәттең үҙҡиммәте 60 һум самаһына барып баҫа.  

Метробус йәки юғары тиҙлекле трамвай, Ирек Ялалов фекеренсә, ҡалаға күпкә арзанға төшәсәк. Ә характеристикаһы һәм транспорт проблемаһын хәл итеүҙәге һөҙөмтәлелеге буйынса ул метронан ҡалышмай.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть