6 декабрь, Шишәмбе

30 март 2012 йыл, 12:24

Өфөлә Рәсәй Төбәктәр үҫеше министрлығының күсмә кәңәшмәһе үтә

автор: Галина Бахшиева | фото: Андрей Старостин

Бөгөн Өфөлә Рәсәй Төбәктәр үҫеше министрлығының күсмә кәңәшмәһе үтә.  Ултырыш ил Президентының 2015 йылға тиклем Торлаҡ төҙөлөшөн үҫтереү концепцияһын әҙерләргә ҡушыуы айҡанлы үткәрелә.  

Төҙөлөш форумындағы төп темалар — Башҡортостанда территорияларҙы комплекслы үҙләштереү, инфраструктура һәм социаль торлаҡ төҙөлөшө, шулай уҡ айырым граждандар категорияһын торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса федераль программаларҙы тормошҡа ашырыу.

Кәңәшмә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонин, Рәсәй төбәктәр үҫеше министры урынбаҫары Илья Пономарев, тармаҡ министрлыҡтары һәм ведомстволары етәкселәре, шулай уҡ Волга буйы федераль округында төҙөлөш, торлаҡ сәйәсәте өсөн яуаплы белгестәр ҡатнашлығында Конгресс-холда үтә.

— Торлаҡ проблемаһын хәл итеү — Башҡортостан өсөн дә, дөйөм алғанда бөтә ил өсөн дә көнүҙәк мәсьәлә, — тине Сергей Афонин, кәңәшмәне асып. — Торлаҡ төҙөлөшө үҫешенең темптары әлегә етерлек кимәлдә түгел. Рәсәй һәм Башҡортостан Хөкүмәттәре менән халыҡты арзан торлаҡ менән тәьмин итеү кеүек амбициялы бурыс ҡуйылған. Бында иң элек социаль торлаҡ төҙөү һәм территорияларҙы комплекслы үҙләштереү тураһында һүҙ бара. Бөгөнгө кәңәшмәлә ҡуйылған бурыстарҙы үтәүгә булышлыҡ итерлек һөҙөмтәле инструменттар әҙерләүгә өлгәшербеҙ, тип ышанам.

Күсмә кәңәшмәнең көн тәртибенә алданған өлөшсөләр, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү, Волга буйы федераль округы субъекттарында хәрби хеҙмәттән сыҡҡан граждандарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса сараларҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре индерелгән. Бында өсөнсө һәм киләһе балалары тыуғанда күп балалы ғаиләләргә ер участкалары биреү мәсьәләһе лә ҡараласаҡ.