3 декабрь, Шәмбе

30 март 2012 йыл, 11:23

Тәүге өмә Өфөлә 21 апрелгә билдәләнгән

автор: Евгений Рәхимҡолов

Беренсе дөйөм ҡала өмәһе быйыл Өфөлә 21 апрелдә үтәсәк. Был турала ҡала Советы ултырышында уның рәйесе Евгений Семивеличенко хәбәр итте.

— Йола буйынса Совет депутаттары предприятие һәм ойошма етәкселәре булараҡ үҙҙәренең эш урындарында ғына түгел, округтарҙа ла һайлаусылары менән өмәләр ойошторасаҡ, — тине ул.

Өфө хакимиәте бшлығы Ирек Ялалов билдәләүенсә, өмәлә ҡатнашыусылар иҫәбе йыл һайын кәмей бара. Әммә урындағы властар был традициянан баш тартырға йыйынмай, сөнки ул ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә.

— Эштәрҙең ҙур өлөшөн коммуналь хеҙмәттәр башҡарасаҡ, — тине Ирек Ялалов. – Улар, ҡала халҡы һәм сәнәғәт предприятиелары ярҙамынан тыш, үҙ көсө менән ҡала биләмәһенең 99,9 процентын таҙартасаҡ. Әммә, тәрбиәүи маҡсаттан сығып булһа ла, өмәләр үткәрелергә тейеш, урамда сүп-сар ташлағанда кеше һуңынан уны йыйыуҙың нисек ауыр икәнен белергә тейеш.

Ирек Ялалов йәнә быйыл Өфө юлдарындағы соҡорҙарҙы ремонтлау эштәренең ғәҙәттәгенән ике аҙнаға иртәрәк бшланыуы тураһында һөйләне. Шул уҡ ваҡытта ҡала халҡына һәм автомобилистарға ҡамасауламаҫ өсөн, тәүге тапҡыр төнгө режимда эшләргә күсергә ҡарар ителгән. Ремонт һыуыҡ килеш ҡойолоусы асфалт технологияһы буйынса төндәрен генә алып барыла.