9 декабрь, Йома

30 март 2012 йыл, 11:03

БДПУ менән Өфө хакимиәте хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы

автор: Розалия Вәлиева

— М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән булған партнерлыҡ мөнәсәбәттәрҙе үҫтерергә ниәтләйбеҙ, — тип белдерҙе Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов был вузда үткән «Ҡәҙерле кешеләр» («Родные люди») проектын тормошҡа ашырыу буйынса йомғаҡлау осрашыуында. – Университет менән һөҙөмтәле эшләүебеҙ яңы килешеүгә таянып дауам итәсәк.

19-20 быуаттарҙағы Өфө ҡалаһының моделен булдырыу эштең бер йүнәлеше булып тора. Был иҫке Өфө буйлап виртуаль экскурсия яһарға мөмкинлек бирер ине. Ҡала башлығы һүҙҙәренсә, был республиканың баш ҡалаһына инвестициялар һәм туристар йәлеп итеүгә булышлыҡ итәсәк.

Шулай уҡ етем балаларҙың яңы ғаиләләргә уңышлы яраҡлашыуы буйынса проект та үҫтереләсәк.

Йыл дауамында Өфөлә «Ҡәҙерле кешеләр» проекты эшләп килде, ул Өфө хакимиәтенең Опека һәм попечителлек буйынса идаралығы һәм М.Аҡмулла исемендәге БДПУ менән тормошҡа ашырылды. Программа тормошта ауыр хәлдә ҡалған балаларға ярҙам итеү фондынан грант алды. Унда балаларҙы тәрбиәгә һәм опекунлыҡҡа алған 40 ғаилә ағзалары ҡатнашты. Балалар һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн йыл дауамында консультациялар, психологик тренингтар, уйындар, спорт саралары, уҡытыу семинарҙары үткәрелде. 2011 йылдың авгусында бындай ғаиләләрҙән 40 бала Ҡара диңгеҙ буйында «Кировец» балалар пансионатында ял итте. Шулай уҡ проектта ҡатнашыусылар Лекаревка ҡасабаһындағы «Зарянка» ял базаһында семинарҙа ҡатнашты, унда психологик тренингтар, уйындар ойошторолдо.

Ағымдағы йылдың мартында опекунлыҡҡа алынған балалар БДПУ-ның шифахана-профилакторийында дауалау курстарын үтте. Ә балаларҙың ата-әсәләре өсөн тренингтар, консультациялар үткәрелде.

— Бөгөн Өфөлә 4 меңдән ашыу етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм бала бар. 500-ҙән ашыу бала интернат учреждениеларында тәрбиәләнә, — тип хәбәр итте Өфө башлығы. – Һәр етем бала үҙен ҡараулы һәм яҡлаулы тойһон, ахырҙа матур ғаиләгә эләкһен өсөн һуңғы ваҡытта ҡалала байтаҡ саралар, проекттар һәм акциялар үткәрелә.

Уның һүҙҙәренсә, яңы уҡыу йылы алдынан «Беренсе тапҡыр – беренсе класҡа» хәйриә акцияһы ойошторолдо, уның ярҙамында 106 бала мәктәпкә әҙерләнде.

— «Ҡәҙерле кешеләр» проектының беҙҙең студенттар һәм аспиранттар менән тәҡдим ителеүе ҡыуаныслы, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды БДПУ ректоры Раил Әсәҙуллин. – Бындай сараларҙа ҡатнашыу студенттарҙан буласаҡ уҡытыусылар формалаштырыуға булышлыҡ итә.

— Ҡала хакимиәтенең Опека һәм попечителлек буйынса идаралығының БДПУ коллективы менән берлектәге эшмәкәрлеге, тәү сиратта, балаларҙы тәрбиәгә алыусы ғаилә институтын нығытыуға йүнәлтелгән, — тип билдәләне ҡала хакимиәтенең Опека һәм попечителлек буйынса идаралығы начальнигы Руслан Хәбиров. – Педагогия университетында етемлек мәсьәләләрен фнни-методик йәһәттән өйрәнеүгә ҙур иғтибар бүленә. 2010 йылда Идаралыҡ социаль педагогика кафедраһына «Өфөнөң интернат учреждениеларында тәрбиәләнеүселәрҙе яңы ғаиләлә йәшәүгә әҙерләү» программаһын әҙерләүҙә ҡатнашырға тәҡдим итте, ул балалар һәм үҫмерҙәр өсөн диагностик методикалар һәм тренингтар комплексын үҙ эсенә ала. Программа авторҙары – университет уҡытыусыларының уны 1-се Республика бала йортонда һынап ҡарауҙа ҡатнашыуы айырыуса мөһим.