5 декабрь, Дүшәмбе

30 март 2012 йыл, 10:09

Республикалағы 11 ҡаланың халҡы бөтә дәүләт хеҙмәттәрен берҙәм үҙәктә аласаҡ

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

2012 йылда Башҡортостандың 11 ҡалаһында граждандарға комплекслы муниципаль хеҙмәт күрһәтеү буйынса күп функциялы үҙәктәр барлыҡҡа киләсәк.  Ике офис асырға йыйынған Өфөнө һанамағанда, бындай үҙәктәр Стәрлетамаҡта, Күмертауҙа, Нефтекамала, Бәләбәйҙә, Белоретта, Бөрөлә, Октябрьскийҙа, Мәләүездә, Учалы һәм Салауатта булдырыласаҡ. Был турала БР Иҡтисади үҫеш министрлығына үткән ултырышта ведомство башлығы Евгений Маврин хәбәр итте.

Бындай үҙәктәр ойошторолғас, граждандар төрлө дәүләт учреждениеларының хеҙмәттәренән — ғариза биреүҙән башлап башҡарма йәки башҡа төрлө орган ҡарарының һөҙөмтәләрен алыуға тиклем — бер урында файҙаланырға мөмкинлек аласаҡ.  Бының өсөн уларға тейешле ғариза менән күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә генә ҡала: «берҙәм тәҙрә» принцибын ҡулланғанда һәр төрлө хеҙмәтте бер урында күрһәтеп буласаҡ, тип аңлаттылар министрлыҡта. Был, үҙ сиратында, һәр төрлө ведомстволар эшмәкәрлегенең сифатын күтәрергә һәм эш һөҙөмтәһен көтөү ваҡытын ҡыҫҡартырға мөмкинлек бирәсәк.

Евгений Маврин урындарҙағы коллегаларына күп функциялы үҙәктәр күрһәтәсәк муниципаль хеҙмәттәр йыйылмаһын билдәләргә ҡушты һәм үҙәкте урынлаштырыу өсөн бина эҙләү һәм уны рәсмиләштереү эштәрен әүҙемләштерергә саҡырҙы.